Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЛАГОВЕЩЕН, ҡала

Просмотров: 1489

БЛАГОВЕЩЕН, БР‑ҙағы ҡала, Благовещен р‑нының адм. үҙәге (1930 й алып). Өфөнән төньяҡҡа 42 км һәм Загородная т. юл ст. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 18 км алыҫлыҡта Потеха й. тамағында (уның Ағиҙел й. ҡушылған урынында) урынлашҡан. Майҙаны — 65 км2. Халҡы (мең кеше): 1920 й. — 6,4; 1939 — 11,1; 1959 — 12,6; 1989 — 27,7; 2002 — 33,0; 2010 — 34,2. Милли составы (2002): урыҫтар — 63,6%, башҡорттар — 19,3%, татарҙар — 10,0%, мариҙар — 4,3%.

Б. Благовещен арматура заводы, фурнитура заводы, Благовещен тимер‑бетон, полимер изделиелар заводы, “Полиэф” ААЙ, “Эколес” ЯАЙ һ.б. эшләй. Б. аша Өфө—Бөрө—Яңауыл, Благовещен—Павловка—Ҡыҙылъяр автомобиль юлдары үтә.

Ҡалала Благовещен педагогия колледжы, Благовещен сәнәғәт‑гуманитар техникумы, Башҡ. төҙөлөш колледжы филиалы, ПУ, 6 дөйөм белем биреү мәктәбе (ш. иҫ. Благовещен гимназияһы №1), балалар йорто, 10 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, 2 сәнғәт мәктәбе, Балалар ижады үҙәге, балалар һәм үҫмерҙәр туризмы үҙәге, ДЮСШ; үҙәк район дауаханаһы; мәҙәниәт һарайы, 2 китапхана, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, сиркәү, мәсет бар; 5 халыҡ һәм 2 өлгөлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. “Панорама” гәз. сыға.

Ҡалаға 1756 й. Благовещен заводы эргәһендә нигеҙ һалына. 1865 й. 576 йортта 3679 кеше йәшәгән. Ағас эше, һөнәрселек кәсебе (экипаж, елгәргестәр яһау), умартасылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Баҡыр иретеү, механика, кирбес, май һығыу, 3 туң май, 2 ҡап яһау заводы эшләгән. Сиркәү, сиркәү училищеһы, Благовещен уҡытыусылар семинарияһы, һыу тирмәне, 10 сауҙа кибете булған. Йәрминкәләр үткәрелгән. 1930 й. алып ҡала тибындағы Б. ҡасабаһы, 1941 й. ҡала статусын ала. Б. 10‑дан ашыу мәҙәни мираҫ объекты урынлашҡан: Благовещен баҡыр иретеү з‑дының төп корпусы (1864 й. төҙөлгән), Благовещен уҡытыусылар семинарияһы бинаһы (1873), Кирилл һәм Мефодий сиркәүе (1894—97) һ.б.

М.Ф.Хисмәтов

Тәрж. З.Б.Латипова

Карта города

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019