Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЛАГОВАР РАЙОНЫ

Просмотров: 1206

БЛАГОВАР РАЙОНЫ, БР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта һәм төньяҡ‑көнсығышта — Саҡмағош һәм Кушнаренко, көнсығышта — Шишмә, көньяҡта — Дәүләкән, көнбайышта Бүздәк р‑ндары м‑н сиктәш. 1935 й. 31 ғин. БАССР‑ҙың Топорнин районын, Бүздәк һәм Шишмә р‑ндарын бүлгеләү арҡаһында ойошторола (ҡара: Административ район). 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Шишмә р‑ны составына индерелә. 1966 й. 30 дек. яңынан ойошторола. Майҙаны — 1688 км2. Адм. үҙәге — Языков а., Өфөнән көнбайышҡа 70 км һәм Благовар т. юл ст. төньяҡҡа табан 14 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 46,5; 1959 — 32,2; 1989 — 24,3; 2002 — 25,8; 2010 — 26,0. Милли составы (2002): башҡорттар — 48,4%, татарҙар — 23,1%, урыҫтар — 19,8%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 15,4 кеше/ км2. Районда 15 ауыл советы, 87 ауыл торама пункты, иң ҙурҙары: Языков (6,3 мең кеше), Благовар (2,0 мең), Иҫке Күсәрбай (1,3 мең) ауылдары.

Район Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығының төньяҡ‑көнсығыш ситендә урынлашҡан. Рельефы йырын-һыҙалар селтәре м‑н ҡатмарланған убалы тигеҙлектәрҙән тора. Б.р. төп өлөшө — Татар көмбәҙенең ситке зона сиктәрендә, төньяҡ‑көнсығыш өлөшө Бөрө биләне сиктәрендә урынлашҡан. Балсыҡ һәм кирбесле ҡомло балсыҡ (Языков), нефть ятҡылыҡтары (Гремячин, Һынны, Әмир) асылған. Климаты континенталь, аҙ дымлы. Уртаса йыллыҡ т‑ра 2,7°С, ғин. уртаса т‑ра −15,3°С, июлдә 19,8°С. Абс. макс. т‑ра 40°С, абс. миним. −49°С. Яуымтөшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 350 мм, йылы осорҙа 250—300 мм. Гидрографик селтәрҙе Ҡармасан, Сәрмәсән йй. һәм уларҙың ҡушылдыҡтары барлыҡҡа килтерә. Типик һәм йыуылған ҡара тупраҡ таралған. Утраулы урмандар район терр‑яһының 9%‑ын тәшкил итә. Хайуандар донъяһы дала төрҙәренән тора. Яҙғы умырзаяны һаҡлау б‑са заказник ойошторолған.

2012 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 145,6 мең га (дөйөм майҙандың 86,3%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 94,7, сабынлыҡтар — 10,3, көтөүлектәр — 42,7; урмандар майҙаны — 12,2, ер өҫтөһыуҙары — 0,7. Район Урал алды дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [15 ЯСЙ, “Россия” АХПК, 82 крәҫтиән (фермер) хужалығы, ш. иҫ. Ҡарағужин Р.С. крәҫтиән (фермер) хужалығы, “Благовар” тоҡомло ҡошсолоҡ з‑ды] иген культуралары (ҡарабойҙай, тары, ужым арышы, яҙғы бойҙай), шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш үҫтереүгә, ит‑һөт йүнәлешле һыйыр малы, сусҡа, һарыҡ, ҡош үрсетеүгә махсуслаша. Умартасылыҡ үҫешкән. Районда ветеринария, үҫемлектәрҙе һаҡлау станциялары, урман хужалығы урынлашҡан. Нефтте һурҙырып бушатыу б‑са Урал‑Себер магистраль нефть үткәргестәренең һәм “Уралтранснефтепродукт” ААЙ‑ның линия-производство‑диспетчер станциялары (Языков), юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы һ.б. эшләй. Район терр‑яһынан Куйбышев т. юлы (Туймазы—Шишмә участкаһы), Һамар—Өфө—Силәбе, Шишмә—Языков—Саҡмағош автомобиль юлдары үтә. Б.р. көнбайыш иҡтисади төбәккә инә.

Районда ПУ, 39 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 14‑е урта мәктәп (ш. иҫ. Ҡарғалы урта мәктәбе, Языков урта мәктәбе), 22 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто, Техник ижад йорто, ДЮСШ, Балалар туризм һәм тыуған яҡты өйрәнеү үҙәге, балалар сәнғәт мәктәбе; үҙәк район һәм ауыл участка дауаханаһы, 3 ауыл амбулаторияһы, 40 фельдшер‑акушерлыҡ пункты; 31 клуб учреждениеһы, “Ҡармасан” к/ст, 20 китапхана бар. 8 халыҡ һәм 2 өлгөлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. Урыҫ һәм татар телдәрендә “Благоварские вести” гәз. сыға.

Ғ.Ә.Ғафаров

Тәрж. З.Б.Латыпова

 

Карта района

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019