Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЛАХОНЦЕВ Сергей Петрович

Просмотров: 1060

БАЛАХОНЦЕВ Сергей Петрович (1857, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Илек Һаҡлауы ҡәлғәһе, хәҙ. Соль‑Илецк ҡ., — 16.5.1914, Ырымбур ҡ., Өфөлә ерләнгән), Өфө губернаһынан 1‑се Дәүләт думаһы (1906) депутаты. Дворяндарҙан. 1906 й. алып Халыҡ азатлығы партияһы ағзаһы. С.‑Петербург ун‑тының физика‑матем. ф‑тын тамамлағандан һуң (1881) Өфөлә губерна земство идаралығында һәм ҡаҙна палатаһында хеҙмәт итә. 1891 й. алып Өфө губернаторы эргәһендәге махсус эштәр чиновнигы, Бөрө өйәҙендә участка мировой судьяһы. 1896 й. башлап Өфө губерна земство башҡармаһы ағзаһы, 1901—03 йй. — рәйесе. Думала кадеттар фракцияһы ағзаһы. 1906 й. июлендә Выборг ҡ. Думаны таратыуға ҡаршылыҡ билдәһе итеп дәүләт власы органдарына граждандар буйһонмауына саҡырыусы “Халыҡ вәкилдәренән — халыҡҡа” өндәмәһенә ҡул ҡуя, бының өсөн һайлау хоҡуҡтарынан мәхрүм ителә.

Ғ.Д.Ирғәлин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019