Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЛКАШИН Николай Васильевич

Просмотров: 1459

БАЛКАШИН Николай Васильевич (1805 —2.7.1859, Санкт‑Петербург ҡ.), дәүләт эшмәкәре. Действительный статский советник (1846), генерал‑лейтенант (1856). Дворяндарҙан. 1821—45 йй. һәм 1851 й. алып рус армияһында. 1829 й. башлап Ырымбур айырым корпусының штаб начальнигы адъютанты, 1832 й. — өлкән адъютанты, 1835 й. — Ырымбур хәрби губернаторы адъютанты. 1840—45 йй. Башҡорт‑мишәр ғәскәре командующийы вазифаһын башҡарыусы, 1851—53 йй. командующийы. 1845 й. Һарытау вице‑губернаторы, 1846—51 йй. Ырымбур граждандар губернаторы. 1831—34 йй. Һамар—Стәрлетамаҡ—Верхнеурал сауҙа юлы төҙөлөшөнә етәкселек итә. 4‑се дәрәжә Изге Георгий (1852), 2‑се (1855), 3‑сө (1856) һәм 4‑се дәрәжә (1832) Изге Владимир, 1‑се дәрәжә (1853) император тажлы (1854), 2‑се (1842) һәм 4‑се (1824) дәрәжә Изге Анна, 1‑се (1849), 2‑се дәрәжә император тажлы (1840) һәм 3‑сө дәрәжә (1833) Изге Станислав ордендары менән бүләкләнгән. Балкашин а. (Ҡаҙағстан) уның исеме бирелгән.

Р.Н.Рәхимов, В.Г.Семёнов, В.П.Семёнова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 14.11.2022