Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАРАНОВСКИЙ Егор Иванович

Просмотров: 808

БАРАНОВСКИЙ Егор Иванович (1821, Могилёв губ. — 1914, ш. уҡ губ. Выдринка а.), дәүләт эшмәкәре. Действительный статский советник (1858). Дворяндарҙан. Император хоҡуҡ белеме уч‑щеһын тамамлағандан һуң (С.‑Петербург, 1840) Сенат департаменттары канцелярияларында, юстиция һәм эске эштәр министрлыҡтары органдарында хеҙмәт итә. 1853 й. алып Ырымбур вице‑губернаторы, 1858 й. — Ырымбур граждан, 1861—62 йй. Һарытау губернаторы. Алпауыт крәҫтиәндәре көнкүрешен яйға һалыу б‑са Ырымбур губерна дворяндар ком‑тын (Өфө, 1858) асыу инициаторы, Крәҫтиән реформаһын үткәреү яҡлы була. 1858 й. А.Е.Жадовский имениеһы крәҫтиәндәренең, М.В.Пашков (ҡара: Пашковтар) һәм А.А.Сухозанет заводтары эшселәренең йәшәү һәм хеҙмәт шарттарын тикшереүҙе ойоштора (материалдар 1859—60 йй. “Колокол” гәз. баҫыла). М.В.Авдеев, Э.Желиговский, А.Н.Плещеев һәм Ырымбур губернаһына һөргөнгә ебәрелгән башҡа яҙыусыларҙы, шағирҙарҙы ҡурсалай. 60—80‑се йй. Мессина ҡ. (Италия) Рәсәй пароходсылыҡ һәм сауҙа йәмғиәтендә, Императрица Мария опекунлыҡ советында хеҙмәт итә, Мәскәүҙә мед., белем биреү һәм попечителлек учреждениелары м‑н идара итә.

Әҙәб.: Гудков Г.Ф., Гудкова З.И. С.Т.Аксаков. Семья и окружение: краевед. очерки. Уфа, 1991.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019