Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӨРЙӘН РАЙОНЫ

Просмотров: 1490

БӨРЙӘН РАЙОНЫ, БР‑ҙың көньяҡ-көнсығышында, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта Белорет р‑ны, көнсығышта — Әбйәлил һәм Баймаҡ, көньяҡта — Йылайыр һәм Күгәрсен, көнбайышта Мәләүез һәм Ишембай р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола (ҡара: Административ район), район составына Йылайыр кантоны улустары инә. 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Белорет р‑ны составына индерелә. 1965 й. 4 нояб. яңынан ойошторола. Майҙаны — 4444 км2. Адм. үҙәге — Иҫке Собханғол а., Өфөнән көньяҡ-көнсығышҡа 360 км һәм Белорет т. юл ст. көньяҡ-көнбайышҡа табан 136 км алыҫлыҡта ята. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 9,6; 1959 — 10,8; 1989 — 14,2; 2002 — 16,8; 2010 — 16,7. Милли составы (2002): башҡорттар — 96,7%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 3,5 кеше/км2. Районда 12 ауыл советы, 34 ауыл торама пункты бар, иң ҙурҙары: Иҫке Собханғол (4,6 мең кеше), Байназар (1,3 мең), Иҫке Монасип (0,6 мең) ауылдары.

Рельефы йырғыланған, таулы: майҙанының 13%‑тан ашыуы диңгеҙ кимәленән 700 м бейеклектә урынлашҡан. Көнсығышта терр‑яһы һыу айырғыс Уралтау һырты, көнбайышта Арҙаҡты, Баҙал, Ҡалыу, Ҡыраҡа, Ушарлаҡ, Үтәнеш һырттары һәм Мәсемтауы м‑н сикләнгән. Райондың үҙәк өлөшө Йылайыр синклинорийы, көньяҡ-көнсығыш өлөшө Уралтау зонаһы, төньяҡ-көнбайыш өлөшө Юрматау антиклинорийы сиктәрендә ята. Барит (Күжә), доломит (13‑сө км) ятҡылыҡтары асылған. Климаты континенталь, дымлылығы тигеҙ түгел. Уртаса йыллыҡ т‑раһы — 1,5°С, ғин. уртаса т‑ра — -16°С, июлдә — 18°С. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары көнсығыш өлөшөндә — 500—600 мм, көнбайыш өлөшөндә — 700 мм, йылы осорҙа — 350—400 мм. Гидрографик селтәрҙе ҡушылдыҡтары (Алағуян, Ҡана, Ҡурығас, Нөгөш, Үҙән) м‑н Ағиҙел й. барлыҡҡа килтерә. Һоро тау-урман тупрағы, көлһыуланған һәм йыуылған ҡара тупраҡ таралған. Ландшафтарҙың үҙенсәлеге вертикаль зоналыҡ, терр‑яның ҡуйы япраҡлы, ҡарағай-ҡарағас һәм ҡайын урмандарының ҡушылған ерендә урынлашыуы һәм Урал аръяғы далаларының яҡын булыуы м‑н бәйле. Хайуандар донъяһы урман төрҙәренән тора. Башҡорт ҡурсаулығы һәм Шүлгәнташ ҡурсаулығы ойошторолған, райондың көньяҡ-көнбайыш өлөшө Башҡортостан милли паркы составына инә. Шүлгәнташ, Күлйорттамаҡ мәмерйәһе, Туҡмаҡ аҡланы, Оло һәм Кесе Әпшәк инештәрендәге йылға бағырының тәбиғәт резерваты — тәбиғәт ҡомартҡылары; Әсебар заказнигы һәм “Алтын Солоҡ”заказнигы асылған. Махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре район майҙанының 42,7%‑ын алып тора (респ. б‑са иң юғары күрһәткес).

2018 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 27,1 мең га (дөйөм майҙандың 6,0%‑ы) тәшкил итә, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 4,2, сабынлыҡтар — 18,3, көтөүлектәр — 4,5; урмандар майҙаны — 321,0, ер өҫтө һыуҙары — 1,8. Район тау-урман зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [2 АХПК, 78 крәҫтиән (фермер) хужалығы] тәбиғи мал аҙығы ерҙәре нигеҙендәге малсылыҡҡа махсуслаша. Солоҡсолоҡ,туризм, умартасылыҡ үҫешкән. “Бөрйән” ҡулланыусылар кооперативы, “Алағуян”, “КЭС” МУП‑тары, “Башҡорт иле”, “Каповатур” туристик фирмалары, юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығы һ.б. эшләй. Район терр‑яһынан Ҡағы—Иҫке Собханғол, Сермән—Иҫке Собханғол автомобиль юлдары үтә. Б.р. Урал иҡтисади төбәгенә инә.

Районда ПУ, 17 филиалы булған 6 дөйөм белем биреү мәктәбе, ш. иҫ. 16 төп (Байназар урта мәктәбе) һәм 1 башланғыс мәктәп, 8 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы һәм мәктәптәр базаһындағы 16 мәктәпкәсә төркөм, балалар сәнғәт мәктәбе, ДЮСШ; үҙәк район дауаханаһы, ауыл амбулаторияһы, 26 фельдшер‑акушерлыҡ пункты; 27 клуб учреждениеһы, 24 китапхана, Сәғитов М. музейы бар. 5 халыҡ һәм 2 өлгөлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. “Таң” гәз. нәшер ителә.

М.Ф.Хисмәтов

Тәрж. З.Б.Латыпова

 

Карта района

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019