Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИНГЛИЗ ТЕЛЕ

Просмотров: 4865

ИНГЛИЗ ТЕЛЕ, герман телдәренең береһе (көнбайыш герман төркөмсәһе). Бөйөк Британия, АҠШ, Австралия, Яңы Зеландия, Һиндостан, ҡайһы бер Африка дәүләттәренең рәсми теле; БМО‑ның рәсми эш телдәренең береһе. Шулай уҡ Ирландия, Төньяҡ Америка, ҡайһы бер Азия илдәрендә таралған. Һөйләшеүселәр һаны 400 млн ашыу. Айырыуса немец теленә яҡын. Боронғо герман ҡәбиләләре (англдар, сакстар, юттар) теленә барып тоташа. Әҙәби И.т. нигеҙендә Лондон теле ята. Хәҙерге И.т. терр. диалекттары күп: Бөйөк Британияла — шотланд диалекты, төньяҡ, үҙәк, көньяҡ һәм көньяҡ‑көнбайыш диалект төркөмдәре; АҠШ‑та — көнсығыш‑инглиз, урта атлантик (үҙәк), көньяҡ‑көнсығыш, урта көнбайыш төркөмдәре. И.т. фонетикаһына специфик һуҙынҡы [ӕ, ʌ, iә, uә] һәм тартынҡы [ө, d] өндәр булыуы, дифтонгылар һәм оҙон мо- нофтонгылар араһында ҡырҡа сик- тәр булмауы хас. Һүҙьяһалышта һүҙҙәрҙең бер һүҙ төркөмөнән икенсе һүҙ төркөмөнә аффиксһыҙ күсеү ысулы (конверсия) өҫтөнлөк итә: “a salt” (тоҙ) — “to salt” (тоҙлау), “a jump” (һикереш) — “to jump” (һикереү), “a work” (эш) — “to work” (эшләү) һ.б. И.т. лексикаһында үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең күбеһе француз теленән, ш. уҡ испан, итальян, латин телдәренән алынған. Һөйләмдә синтаксик бәйләнештәрҙе сағылдырыуҙың төп сараһы — предлог һәм һүҙҙәрҙең билдәләнгән тәртибе. Яҙыу латин алфавиты нигеҙендә башҡарыла. Хәҙ. инглиз алфавиты 26 хәрефтән тора. И.т. БР‑ҙың урта һәм юғары уҡыу йорттарында мотлаҡ уҡытыла торған сит телдәр иҫәбенә инә. И.т. б‑са белгестәрҙе БДУ‑ла, БДПУ‑ла, БДУ‑ның Стәрлетамаҡ һәм Бөрө филиалдарында әҙерләйҙәр. Инглиз филологияһы өлкәһендәге фәнни‑тикшеренеү эштәре Л.А.Аҙнабаева, Ю.В.Горшунов, В.М.Кәлимуллина, С.Й.Нухов, Т.М.Рогожникова, Л.Ә.Фәтихова, В.И.Хәйруллин, Т.Д.Шабанова, С.Ғ.Шафиҡов һ.б. етәкселегендә алып барыла. Инглиз‑башҡ.‑урыҫ уҡыу‑уҡытыу һүҙлектәре, белешмәләре нәшер ителә; “Ватандаш” ж. материалдарының бер өлөшө инглиз телендә баҫыла.

Әҙәб.: Латыпов Ч.Ю. Башкирские соответствия английским предложным оборотам в функциях обстоятельств места и времени //Вопросы романо-германского языкознания. Уфа, 1966; Dmitriev N.K. “Th” in the Modern Turkish Languages //Le Mond Oriental. Uppsala, 1930.

Р.З.Мерәҫов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.05.2023
Связанные темы рубрикатора: