ҒӘТИӘТОВ Рауил Мирзаһит улы
ҒӘТИӘТОВ Рауил Мирзаһит улы (10.2.1955, Октябрьский ҡ.), тренер. Мотоспорт б-са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2002). 1990 й. алып спидвей б-са “Төҙөүсе” командаһының баш тренеры, 1991 й. — “Прометей” спорт-техник клубы дир., 1997—2008 йй. “ЛУКОЙЛ—Башҡортостан” проф. спорт‑техник клубының ген. дир., бер үк ваҡытта спидвей б-са “ЛУКОЙЛ” клубы командаһының баш тренеры (бөтәһе лә — Октябрьский). Ғ. етәкселегендә “ЛУКОЙЛ” командаһы Рәсәй чемп. (1997, 1999, 2000), Европа чемпиондары кубогының (2000—01), Рәсәй чемпионаттарының (1998, 2001—02, 2006) көмөш призёры, Европа чемпиондары кубогының бронза призёры (1998) була; “Төҙөүсе” командаһы – БДБ (1992) һәм Рәсәй (1993—94) чемпионаттарының көмөш призёры. Тәрбиәләнеүселәре араһында Р.М.Мәрҙәншин, М.Л.Старостин, ш. уҡ Рәсәйҙең 12 спорт мастеры.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина