Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГЕОРГИЕВ Александр Сергеевич

Просмотров: 1151

ГЕОРГИЕВ Александр Сергеевич (17.7.1975, Новгород өлкәһе Пятилипы ҡсб), спортсы. Халыҡ-ара шашка уйындары буйынса халыҡ-ара гроссмейстер (1995), Рәсәй гроссмейстеры (1996). БР-ҙың күренекле спортсыһы (1999). Шашка буйынса СДЮШОР тәрбиәләнеүсеһе (Санкт-Петербург ҡ.; тренеры С.С.Маньшин). 1999 й. алып “Башҡортостан” үҙәк шашка клубы өсөн сығыш яһай (тренеры Ю.В.Черток). Классик программа буйынса донъя (2002—04, 2006, 2011, 2013 й. һәм 2015 й. 2 тапҡыр, 2019), Европа (1995, 2006, 2010), Рәсәй (1994—95, 1997, 2000, 2002, 2005—07, 2009—11, 2012, 2019) чемпионы, Бөтә донъя интеллектуаль уйындары еңеүсеһе (2008); тиҙ программа буйынса донъя чемпионы (1999, 2005, 2008);  блиц буйынса донъя чемпионы (2014), донъя чемпионаттарының көмөш (2011, 2013) һәм бронза (1999) призёры. Команда зачётында донъя (2000, 2005—06) һәм Европа (2017) чемпионы. Үҫмер спортсылар араһында донъя чемпионы (1992—94). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1992 й. алып).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.03.2023
Связанные темы рубрикатора: