Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУРТАН ҺЫМАҠТАР

Просмотров: 970

 СУРТАН ҺЫМАҠТАР (Esociformes), һөйәкле балыҡтар класы отряды. Бер нисә ғаиләһе, ш. и¾. суртандар һәм умбралылар йәки евдошкалылар, билдәле; бер нисә йыртҡыс балыҡ төрөн үҙ эсенә ала, Төньяҡ ярымшарҙың сөсө һыуҙарында таралғандар. БР‑ҙа ябай суртан йәшºй. Кәүҙә оҙонлоғо – 1 м тиклем, ауырлығы – 20 кг тиклем. Кәүҙәһе торпеда формаһында, ялпаҡ, ваҡ циклоид тәңкә м‑н ҡапланған. Төҫө, ғәҙәттә, һорғолт көрән, һары йәки йәшкелт, аҡһыл һыҙаттары бар. Башы киң, оҙонса һәм бер аҙ осло йәмшәйгән моронло. Ауыҙы ҙур, аҫҡы яңағы алға сығып тора. Теше күп, көслө, үткер, төрән һөйәгендә, яңаҡ араһы һәм аңҡау һөйәктәрендә, телендә урынлашҡан; аҫҡы яңаҡ тештәре хәнйәр рәүешле. Айғолаҡ ярылары үҙ‑ара ҡушылмаған. Ҡанаттары йомро; ҡорһаҡ һәм күкрәк ҡанаттары һарғылт ҡыҙыл төҫтә, бәләкәй; арҡа, аналь һәм ҡойроҡ ҡанаттары ҡара таплы көрән төҫтә. Йөҙөү ҡыуығы эсәк юлы м‑н ҡушылған. Сөсө һыу балығы. Енси яҡтан 3–4 йылда өлгөрә. Иртә яҙҙа ыуылдырыҡ сәсә. Ыуылдырығы (3–233 мең дана) һарғылт төҫтә, эре, бер аҙ йәбешкәк; үҫемлектәргә һала. Башҡа төр балыҡтар, тәлмәрйендәр, ваҡ һыу ҡоштары һәм имеҙеүселәр м‑н туҡлана. Ҡиммәтле кәсеп балығы. Респ. бөтә терр‑яһы буйлап һыу ятҡылыҡтарында һәм йылғаларҙа йәшºй. Балыҡ тотоу спорты объекты.

И.П.Дьяченко

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019