ҒИБӘҘУЛЛИН Рудольф Мөхәмәҙи улы
ҒИБӘҘУЛЛИН Рудольф Мөхәмәҙи улы (8.2.1931, Ҡазан — 29.7.2010, Өфө), тренер. Бокс б‑са РСФСР-ҙың атҡ. тренеры (1991), СССР‑ҙың спорт мастеры (1957), респ. категориялы судья (1968). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1992). “Спартак” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (Мәскәү; тренеры В.А.Островерхов). РСФСР чемпионатының көмөш призёры (1958). 1955 й. алып Өфөлә эшләй: “Нефтсе”, “Хеҙмәт” ДСО‑ларының Башҡ‑н өлкә советтары тренеры, 1970 й. башлап “Уфимтрансстрой” тресының спорт б‑са инструкторы, 1972 й. алып “Хеҙмәт резервтары” ДСО‑һы Башҡ‑н өлкә советының, 1994 й. — “Башҡортостан йәштәре” физкультура‑спорт йәмғиәтенең өлкән тренеры, 2001—07 йй. грек‑рим көрәше б‑са СДЮСШОР-ҙың бокс бүлеге тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында А.М.Пестряев, ш. уҡ 20‑гә яҡын СССР һәм Рәсәй спорт мастеры.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина