ҒИЗЗӘТУЛЛИН Ринат Рәбил улы
ҒИЗЗӘТУЛЛИН Ринат Рәбил улы (25.2.1973, Өфө), спортсы. Йөҙөү б-са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1998). Урал физик культура акад. тамамлаған (2002). 18-се СДЮШОР тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары В.Н.Пусенков, Д.П.Ростикова, И.Л.Тверяков). Күреү б-са инвалидтар араһында 50 һәм 100 м дистанцияларға ирекле һәм баттерфляй стилдәре м‑н йөҙөүҙә Рәсәй чемп. (1997–2000), Англия асыҡ чемпионаты еңеүсеһе (1990), Европа (2 тапҡыр, 1997) һәм СССР чемпионаттарының бронза (4 тапҡыр, 1989) призёры; донъя чемпионатының көмөш призёры (2 тапҡыр, 1990 й. – үҫмер спортсылар араһында). Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы (2000). СССР (1987 й. алып), БДБ (1992), Рәсәй (1993–2000) йыйылма командалары ағзаһы.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина