Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СПОРТ ГИМНАСТИКАҺЫ

Просмотров: 1158

СПОРТ ГИМНАСТИКАҺЫ, гимнастик снарядтарҙа, ирекле күнегеү һәм таяныслы һикереү ярыштарын үҙ эсенә алған спорт төрө. Айырым төрҙәрҙәге һәм күпбәйгеләге ярыштар айырыла. Башҡортостанда С.г. үҫеше 20 б. 20‑се йй. башында “Сокол” Өфө гимнастика клубы асылыуға бәйле. 1923 й. С.г. 1‑се Бөтә башҡорт олимпиадаһы программаһына индерелә. 30‑сы йй. — Өфө пионерҙар йорто, 40‑сы йй. уртаһында — “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте, 50‑се йй.__ башында “Нефтсе” ДСО‑һы эргәһендә С.г. секцияһы эшләй башлай. 70‑се йй. Ишембай, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡҡ., Дүртөйлө ҡасабаһында һ.б. спорт гимнастикаһы секциялары ойошторола. Өфөлә СССР халыҡтары спартакиадаһының финал ярыштары (1971), СССР чемпионаты (1973), СССР һәм Япония йыйылма командалары араһында ярыштар (1973) үткәрелә, 1982 й. алып йыл һайын “Башҡорт нефте” кубогына респ. (1983—2009 йй. бөтә Рәсәй) ярыштары уҙғарыла. Респ. С.г. б‑са СССР-ҙың тәүге спорт мастеры — М.А.Баранова (1956). 1947 й. С.г. б‑са Өфө йыйылма командаһы Мәскәүҙә Бөтә Союз физкультурниктар парадында ҡатнаша, 1948 й. БАССР йыйылма командаһы авт. респ. араһында бөтә Союз ярыштары еңеүсеһе була. Респ. ҡатын‑ҡыҙҙар йыйылма командаһы — РСФСР халыҡтары спартакиадаһының көмөш призёры (1959). Башҡ‑н өлкә советының ҡатын‑ҡыҙҙар командалары — “Динамо” физкультура- спорт йәмғиәтенең Үҙәк советы чемп. (1959), Бөтә Союз проф. союздар үҙәк советы беренселегенең бронза призёры (1977). 16‑сы СДЮСШОР командаһы — “Башҡорт нефте” кубогына Бөтә Рәсәй ярыштары еңеүсеһе (1983—2009), Рәсәй зона беренселегенең бронза призёры (2005 й. — үҫмер спортсылар араһында). БР гимнастары араһында: Л.Е.Королёва — шәхси зачётта РСФСР халыҡтары спартакиадаһының көмөш призёры (1967), команда зачётында СССР чемп. (1970, 1972); С.Л.Хомченко — команда зачётында СССР чемпионатының көмөш призёры (1972); Ф.Р.Латипов — шәхси зачётта РСФСР чемп. (1974—77), команда зачётында СССР халыҡтары спартакиадаһы чемп. (1975); Г.И.Латипова — үҫмер спортсылар араһында РСФСР беренселегенең абс. чемп. (1976); У.В. Билалов — шәхси зачётта соц. илдәрҙең “Динамо” спорт йәмғиәттәре командалары араһында халыҡ‑ара ярыштар еңеүсеһе (1976); Т.Н. Кузьмина — шәхси зачётта РСФСР чемпионаты еңеүсеһе һәм көмөш призёры, РСФСР һәм Румыния йыйылма командалары араһындағы ярыштарҙың көмөш призёры, команда зачётында СССР кубогының бронза призёры (бөтәһе лә — 1984); В.Ю.Гречишникова — Рәсәй беренселегенең көмөш призёры (1996), үҫмер спортсылар араһында халыҡ‑ара ярыштар еңеүсеһе (1994— 95); Е.А.Коршикова — “Азия балалары” Халыҡ‑ара спорт уйындарының көмөш призёры (2000). Респ. Спорт гимнастикаһы буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе №16, СДЮШОР‑ҙа (Стәрлетамаҡ ҡ.) С.г. бүлеге эшләй, уларҙа 700‑гә яҡын кеше шөғөлләнә (2012). 1950 й. алып БР С.г. федерацияһы эшләй. С.г. м‑н тренерҙар Д.Ш.Дәүләтов, В.Б.Некрасов, В.А.Сергиевская, Э.Ф.Әйүпова (бөтәһе лә — халыҡ‑ара категориялы судья), Л.А.Некрасова (бөтә Союз категориялы судья), Э.Х.Абелев, А.А. Антонов, В.И.Николаева, Г.И.Попова, С.П.Сарычев, Г.В.Сафина, В.М. Чаплыгин, Г.П.Шеина һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

В.Б.Некрасов

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019