Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГЕР СПОРТЫ

Просмотров: 1533

ГЕР СПОРТЫ, билдәле ауырлыҡтағы гер күтәреү б-са ярыштар. Г.с. икебәйгегә  (күтәреү, ырғым) һәм оҙон циклға (ике герҙе күкрәктән күтәреү, һәр күтәргән һайын эленеп тороу хәленә төшөрөү) айырыла. Башҡортостанда Г.с. үҫеше 20 б. 70‑се йй. башында Ҡариҙел, Яңауыл р-ндарында, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡҡ. секциялар асылыуға бәйле. 1994 й. алып Г.с. Милли һәм халыҡ спорты уйындары фестивале программаһына индерелә. 1999 й. башлап Өфөлә йыл һайын С.И.Елисеев иҫтәлегенә Бөтә Рәсәй турниры үткәрелә; 2008 й. үҫмерҙәр араһында Рәсәй беренселеге уҙа. БР-ҙың гер күтәреүселәре араһында: Р.Й.Юнысов – РСФСР чемп. (1975), СССР чемпионаттарының көмөш (1971) һәм бронза (1973) призёры, ветерандар араһында донъя чемп. (1997); Ғ.Р.Кәбиров – СССР чемпионаттарының бронза призёры (1974, 1976); Ю.М.Красноборов – СССР чемпионаттарының еңеүсеһе (1973, 1978) һәм көмөш призёры (1974, 1976), ветерандар араһында донъя чемп. (2001—05); Н.Н.Ҡадиров – СССР чемпионаттарының еңеүсеһе (1979), көмөш (1978) һәм бронза (1977) призёры, ветерандар араһында донъя чемп. (2005—06); В.Н.Исаков – РСФСР (1984,1986) һәм Рәсәй (1995) чемп., ветерандар араһында донъя чемп. (2009). А.Р.Бәкеров —  донъя чемп. (2001); М.А.Кадынцев — донъя чемпионатының көмөш призёры (2006). Үҫмер спортсылар араһында донъя беренселегендә еңеүселәр: И.М.Әхмәтханов (2010—11), К.С.Самойлова (2011). Республикала Г.с. ДЮСШ‑ларҙа 20-нән ашыу бүлеге һәм 30 секцияһы эшләй, уларҙа 3,5 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә (2011). 1998 й. алып БР Г.с. федерацияһы эшләй. Г.с. м‑н тренерҙар Красноборов, Ҡадиров, А.Ф.Макаров, Р.М.Миңлебаев, Р.Ф.Миңләхмәтов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Н.Н.Ҡадиров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019