Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИШКӘК ИШЕҮ

Просмотров: 1313

ИШКӘК ИШЕҮ, спорт төрө, ҡолаҡлы кәмәлә ишкәксенең физик көсө иҫәбенә һыуҙа ҙур тиҙлектә йөҙөү. Ярыштар бер һәм ике кешелек кәмәлә үткәрелә. Башҡортостанда И.и. 20 б. 20‑се йй. уртаһында Өфө, Бөрө, Стәрлетамаҡ һ.б. ҡҡ. секциялар асылғас, үҫешә башлай. 1928 й. Өфө—Әстерхан маршруты б‑са күп көнлөк кәмә походы старт ала; 1934 й. Өфө ишкәкселәре оҙонлоғо 581 км тәшкил иткән Өфө—Дербешки маршруты (Ағиҙел һәм Кама йй. буйлап) б‑са А.В.Косарев ис. бөтә Союз эстафетаһында ҡатнаша. 1934 й. Өфөлә Ағиҙел й. “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәтенең һәм Һыуға батыусыларҙы ҡотҡарыу йәмғиәтенең һыу‑ишеү базалары асыла. 1935 й. Ә.Һ.Бикчәнтәев, А.Кожаров, Х.Мостафин, М.Сафиуллин, А.Старцев һәм Р.Хәйруллин Өфө—Мәскәү походына (1811 км) бара. 1935 й. 1‑се Бөтә Башҡортостан йондоҙло кәмә эстафетаһы, 1936 й. Белорет—Өфө—Стәрлетамаҡ походы, ш. уҡ Өфөнән Ағиҙел, Ҡариҙел, Тере Танып йй. буйлап (1200 км), 1938 й. Йүрүҙән, Ҡариҙел, Ағиҙел йй. буйлап (635 км) походтар, 1940 й. Белорет—Өфө кәмә походы (1200 км) үткәрелә. 50‑се йй. башынан И.и. м‑н шөғөлләнеүсе күп спортсылар байдарка һәм каноэла ишеү б‑са ярыштарҙа сығыш яһай. 1958 й. Яңы Өфө НЭЗ‑ы эргәһендә “Аҡсарлаҡ” һыу‑ишеү базаһы, 1983 й. “Батыр” спорт клубында И.и. секцияһы асыла. Респ. И.и. б‑са СССР- ҙың тәүге спорт мастерҙары — В.И.Кузнецов, А.Ф.Лапука, Л.Н.Прокаев (1984). Респ. йыйылма командаһы — РСФСР‑ҙың асыҡ беренселектәренең көмөш (1985) һәм бронза (1984) призёры, РСФСР чемпионатының көмөш призёры (1988). Респ. ишкәкселәре араһында: В.В.Золотарёв — “Хеҙмәт” ДСО‑һы Үҙәк советының көмөш (1970) һәм бронза (1971) призёры; В.А.Пракин — “Хеҙмәт” ДСО-һы Үҙәк советының бронза призёры (1971), В.С.Стороженко — “Хеҙмәт” ДСО‑һы Үҙәк советының көмөш призёры (1971), Кузнецов — СССР (1986) һәм РСФСР (1986—87) чемп., РСФСР кубоктарын яулаусы (1984—85), РСФСР-ҙың асыҡ беренселеге еңеүсеһе (1985); Лапука — СССР (1986) һәм РСФСР (1986—87) чемп., РСФСР Кубоктарын яулаусы (1984— 85), РСФСР‑ҙың асыҡ беренселектәре еңеүсеһе (1984—85, 1987); Прокаев — СССР (1986, 1988) һәм РСФСР (1986— 88) чемп., РСФСР кубоктарын яулаусы (1984—85), РСФСР‑ҙың асыҡ беренселектәре еңеүсеһе (1984—85, 1988); Р.М.Ависов — РСФСР чемп. (1985), РСФСР Кубогының (1987) һәм РСФСР‑ҙың асыҡ беренселегенең (1984) бронза призёры; Р.Р.Ильясов — РСФСР чемп. һәм РСФСР кубогын яулаусы (1985); В.Н.Семёнов һәм Л.Л.Сухоносов — РСФСР чемпионатының һәм РСФСР кубогының көмөш призёрҙары (1986); Е.Г.Вагина һәм В.П.Водолеева — РСФСР чемпионатының (1986) һәм РСФСР кубогының (1985) бронза призёрҙары; С.Л.Сухоносов — РСФСР чемп. (1985), РСФСР чемпионатының көмөш призёры (1986); М.В.Баев — РСФСР кубогын яулаусы һәм РСФСР-ҙың асыҡ беренселеге еңеүсеһе (1987); Р.М.Нәжметдинов — РСФСР халыҡтары спартакиадаһының бронза призёры (1986); А.Л.Сухоносов — РСФСР-ҙың асыҡ беренселеге еңеүсеһе (1987); Г.Й.Мусина — РСФСР чемпионатының көмөш призёры (1990); Г.К.Мищерякова — РСФСР кубогының бронза призёры (1990). И.и. м‑н тренер В.Ғ.Вәлиуллин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

В.Ғ.Вәлиуллин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: