ГУСЕВ Владимир Николаевич
ГУСЕВ Владимир Николаевич (4.7.1982, Горький өлкәһе Кудьма ст. ҡсб), спортсы. Велосипед спорты буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2000). Түбәнге Новгород ҡ. СДЮШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры А.Б.Сиднев). 1998—2015 йй. “Ағиҙел” олимпия әҙерлеге үҙәге өсөн сығыш яһай (тренеры Р.Н.Латипов). Шәхси ярышта донъя кубоктары этаптарында еңеүсе (2001—03), Рәсәй чемпионы (2003, 2005, 2007—08, 2010), Европа чемпионатының бронза призёры (2003), күп көнлөк “Германия туры” (2006) һәм “Швейцария туры” (2007) велосипед ярыштары этабында еңеүсе. Үҫмер спортсылар араһында Донъя кубогын яулаусы һәм донъя чемпионатының көмөш призёры (икеһе лә — 2000), Рәсәй чемпионы (2000—02). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1999—2015).
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина