Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДЕНИСОВ Дмитрий Витальевич

Просмотров: 1300

ДЕНИСОВ Дмитрий Витальевич (5.7.1970, Өфө ҡ.), спортсы. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1993). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). Силәбе физик культура институтын тамамлаған (1994). Салауат Юлаев СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары В.Н.Денисов, Ф.С.Карюков).Салауат Юлаев (1987—95, 1998—99), “Северсталь” (Череповец ҡ., 1999—2002), “Крылья Советов” (Мәскәү ҡ., 2002—03) хоккей клубтары, Швейцария (1995—96), Швеция (1996—97), Чехия (1997—98) клубтары өсөн уйнай. Халыҡ‑ара хоккей федерацияһы кубогын яулаусы (1994), Милләт‑ара хоккей лигаһы (1995) һәм Рәсәй (2001) чемпионаттарының бронза призёры. “Известия” (“Хәбәрҙәр”) гәзите призына халыҡ‑ара турнир еңеүсеһе (1992—93). Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1994). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1992—95). 2015 й. алып “Торос” хоккей клубының баш менеджеры (Нефтекама ҡ.), 2019 й. — “Сочи” хоккей клубының селекция эше буйынса менеджеры.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.01.2023
Связанные темы рубрикатора: