Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ДИНАМО”, стадион

Просмотров: 1061

“ДИНАМО”, стадион. Өфөлә урынлашҡан. 1934 й. төҙөлә, 2007 й. яңыртыла. Составында: адм.‑хужалыҡ блогы, еңел атлетика манежы, спорт‑демонстрация комплексы, спорт үҙәге, үҙәк инеү урыны. Бассейн (25×14 м), балалар аквапаркы, трибуналы (1000 урынға) спорт залы (45×30 м), яһалма япмалы футбол майҙаны (100×69 м), еңел атлетика өсөн йүгереү юлы (400 м), трибуналар (5000 урынлыҡ), атыу тирҙары (10 һәм 50 м), аэробика һәм көрәш залдары, тренажёр залы, конференц-зал (100 урынлыš), ҡунаҡхана (32 урынлыҡ) һ.б. бар. Бильярд клубы, балалар һауыҡтырыу үҙәге, фитнес клубы, бейеү мәктәбе, ш. уҡ бокс, йөҙөү, ҡул һуғышы, өҫтәл теннисы, теннис, тхэквондо, фигуралы шыуыу, футбол, художестволы гимнастика һ.б. секциялар эшләй. “Д.” 1958 й. башҡ. футболы тарихында беренсе тапҡыр “Төҙөүсе” (Өфө) һәм “Мотор” (Йена ҡ., ГДР) командалары араһында халыҡ‑ара иптәштәрсә матч үткәрелә; 1959 й. — респ. беренсе тапҡыр СССР һәм Польша йыйылма командалары араһында спидвей б‑са халыҡ-ара осрашыу, спидвей б‑са СССР-ҙың 1‑се чемпионат финалы һәм боҙҙағы мотоуҙыштар б‑са СССР һәм Чехословакия йыйылма командаларының халыҡ‑ара осрашыуы, 1965 й. — бура һуғыу спорты б‑са СССР һәм РСФСР чемпионаттары, 1952—56 йй. — туплы хоккей б‑са РСФСР беренселеге, 1979—91 йй. — СССР чемпионаттары, 2009 й. — янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар араһында донъя чемпионаты; 2007 й. алып волейбол б‑са “Урал” волейбол клубы ҡатнашлығында Рәсәй чемпионаты матчтары уҙғарыла.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.03.2023