Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘТИӘТУЛЛИН Әсәҙулла Ғәтиәтулла улы

Просмотров: 1239

ҒӘТИӘТУЛЛИН Әсәҙулла Ғәтиәтулла улы [1891, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Шыршы‑Тартыш а. (БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны) — 1969, шунда уҡ], шағир‑импровизатор. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Бөрө ҡ. мәҙрәсәлә уҡыған. Ғәрәп телен белгән. Тыуған ауылында йәшәгән һәм эшләгән, 1931—33 йй. — уҡытыусы. Ғ. әҫәрҙәренең төп темаһы — башҡ. халҡының үткәне һәм хәҙергеһе (“Атам ҡара башҡорт булған”, “Беҙ — бәхетле халыҡ”, “Беҙ көрәштек” һ.б.). Ғ. ижадында ҙур урынды кеше кәмселектәренән көлөүсе сатирик шиғырҙар (“Алдаҡсы”, “Ярар, бабай, ярар!” һ.б.) алып тора. Ғ. әҫәрҙәренең бер өлөшө “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығына ингән. Ғ. ҡулъяҙмалары Ғилми архивта һаҡлана.

Әҙәб.: Галин С.Ә. Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. 2-се баҫ., үҙгәрешле. Өфө, 2009.

С.Ә.Галин

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: