ВӘЛИЕВ Иршат Ғәли улы
ВӘЛИЕВ Иршат Ғәли улы [1.8.1928, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ҡырғыҙ‑Миәкә а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны) — 12.10.1997, Өфө, Салауат ҡ. ерләнгән], актёр. БАССР‑ҙың халыҡ (1984) һәм атҡ. (1971) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1955). Башҡ. театр-художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1951; Х.Бохарский, Ғ.С.Саттаров курсы) Салауат башҡ. драма театры, 1977—88 йй. БАДТ актёры. Үҙенең ижадында персонаждарҙың идея асылын тулыһынса кәүҙәләндерергә ынтылған үҙенсәлекле актёр. Салауат башҡорт драма театрында иҫтә ҡалырлыҡ Тимербулат (“Ул ҡайтты”, Ә.Ҡ.Атнабаев), Исламғәли (“Әсәләр көтәләр улдарын”, Ә.М.Мирзаһитов), Андерсон (“Иблес шәкерте”, Б.Шоу) образдарын ижад итә. Башҡорт драма театрындағы төп ролдәре: Назар Вьюгин (“Ун өсөнсө председатель”, А.Х.Абдуллин), Насип (“Яҙмыштарҙан уҙмыш бар!..”, М.Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы б‑са Р.В.Исрафилов инсценировкаһы), Сарафанов (“Өлкән улым”, А.В.Вампилов).
Һ.С.Сәйетов
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова