ВӘЛИТОВ Заһир Суфиян улы
ВӘЛИТОВ Заһир Суфиян улы [1.11.1940, БАССР‑ҙың Йомағужа районы Вәлит ауылы (БР‑ҙың Күгәрсен районы) — 17.2.2019, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], актёр. РФ‑тың (2000) һәм БАССР‑ҙың (1984) халыҡ, РСФСР‑ҙың (1989) һәм БАССР‑ҙың (1976) атҡаҙанған артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1966). Өфө сәнғәт училищеһын (1964), ӨДСИ‑не (1986; икеһе лә — Ғ.Ғ. Ғиләжев курсы) тамамлаған. 1964 й. алып Сибай драма театры, 1970—2018 йй. — БАДТ актёры.
Һәр яҡтан һәләтле актёр. Вәлитов ижад иткән сәхнә образдары психологик тәрәнлек, драматизм м‑н айырылып тора. Сибай драма театрындағы төп ролдәре: Аҡйегет (“Ай тотолған төндә”; дебют, 1964), Ильяс [“Юғалған мөхәббәт”, С.Т. Айытматовтың “Гүзәлем минең Әсәл” (“Тополёк мой в красной косынке”) повесы буйынса], Үмәркәй (“Ҡанат йәйгәндә”, Н. Асанбаев). БАДТ сәхнәһендә тулы һәм художество яғынан бөтөн образдар тыуҙыра: Тимерғәли (“Йәнбикә”, Р.Ә. Сафин), Шағир (М. Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы буйынса Р.В. Исрафиловтың “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар!..” спектакле), Дәрүиш (“Ай тотолған төндә”, М. Кәрим). Классик драматургия ролдәрендә сағыу характерлылыҡ, авторҙың дәүерҙе һәм стилде нескә тойоуы күренә: Чебутыкин (“Апалы-һеңлеле өсәү”, А.П. Чехов), Доменико Сориано (“Илай белмәгән ҡатын”, Э. Де Филиппоның “Филумена Мартурано” пьесаһы буйынса), Нароков [“Аҡ ҡанатлы хыялым”, А.Н. Островскийҙың “Таланттар һәм табыныусылар” (“Таланты и поклонники”) пьесаһы буйынса]. Вәлитовтың ҙур эштәренең береһе булып А.Х. Абдуллиндың “Ун өсөнсө председатель” — “Һуңғы уҙаман” дилогияһы буйынса ҡуйылған спектаклдәге Сәғәҙиев роле тора. “Ай ҡыҙы” т/ф (“Башҡортостан” ДТРК‑һы; 2001) Олатай ролен уйнай. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1981). 2020 й. Өфөлә Вәлитов йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Т.П.Абросимова, Л.С.Фәрзетдинова
Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов