ВАРШАВСКАЯ Хана Леопольдовна
ВАРШАВСКАЯ Хана Леопольдовна (Юдит-Липовна) (11.6.1921, Екатеринослав ҡ. — 5.9.2006, Өфө), актриса. БАССР-ҙың халыҡ (1981) һәм атҡ. (1971) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1950). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡ. театр- художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1948; А.П.Новоскольцев курсы) Златоуст, Сызрань, Архангельск ҡҡ. драма театрҙары, 1965—85 йй. Респ. урыҫ драма театры (Өфө) актрисаһы. Актрисаның уйнауы тәьҫирлелек, сәхнә алымдарының төрлөлөгө м‑н айырылып тора. В. репертуарында 100‑ҙән ашыу төрлө пландағы роль: Дульская (“Пани Дульская әхлағы” — “Мораль пани Дульской”, Г.Запольская), Надежда Коломийцева (“Һуңғылар” — “Последние”, М.Горький), Бернарда Альба (“Бернарда Альба өйө” — “Дом Бернарды Альбы”, Ф.Гарсия Лорка) һ.б. Тәрән хискә һәләтлек, ихласлыҡ, үҙ-үҙеңде ҡорбан итергә әҙер булыу кеүек һыҙаттар Амалия (“Юлбаҫарҙар” — “Разбойники”, Ф.Шиллер), Аннушка (“Ете юл сатында” — “На бойком месте”, А.Н.Островский), Зөмрәт (“Нәркәс”, И.Х.Йомағоловтың “Нәркәс” пьсаһы б‑са “Ҡыуылған ҡыҙ” — “Изгнанная” спектакле) образдарында асып һалына. Актрисаның таланты айырыуса көслө характерлы ролдәрҙә асыҡ сағыла: Василиса Волохова (“Батша Фёдор Иоаннович” — “Царь Фёдор Иоаннович”, А.К.Толстой), Анна Фирлинг (“Кураж әсә һәм уның балалары” — “Мамаша Кураж и её дети”, Б.Брехт) һ.б. СССР‑ҙа ГДР драма сәнғәте фестивале дипломанты (Мәскәү, 1975). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), “Почёт Билдәһе” (1975) орд. м‑н бүләкләнгән.
С.З.Болховских
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова