ВИШНЕВСКАЯ Любовь Михайловна
ВИШНЕВСКАЯ Любовь Михайловна (27.7.1950, Октябрьский ҡ.), актриса, рәссам. РФ-тың атҡ. артисы (2005). РФ‑тың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1978). Ҡазан театр уч-щеһын тамамлағандан һуң (1971; А.Д.Гусев курсы) 1974 й. тиклем — Урыҫ драма театры (Ижевск), 1975 й. алып — Димитровград драма театры, 1981 й. — Тула йәш тамашасы театры, 1983 й. башлап “Омнибус” Златоуст драма театры актрисаһы. Актрисаға эске драматизм, үҙенсәлеклелек, эскерһеҙлек һәм күтәренке рухта башҡарыу манераһы хас. Төп ролдәре: Лиза Бричкина (“Ә таңдар бында тыныс” — “А зори здесь тихие”, Б.Л.Васильевтың ш. уҡ ис. повесы б‑са; дебют, 1972, Урыҫ драма театры), Абби [“Ҡарама төбөндәге ғишыҡ” — “Страсти под вязами”, Ю.О`Нилдың “Ҡарама төбөндәге мөхәббәт” (“Любовь под вязами”) пьесаһы б‑са], Леди Хэф (“Бурҙар табыны” — “Бал воров”, Ж.Ануй), Дорина (“Тартюф”, Мольер) һ.б. Мадлен (“Ханымдар тангоһы” — “Дамское танго”, В.В.Асланова), Анна (“Уның алмас һәм зөбәржәттәре” — “Его алмазы и изумруды”, С.Л.Лобозёров), Памела (“Ҡәҙерле Памела” — “Дорогая Памела”, Д.Патрик) образдарына тәрән тәьҫирлелек, геройы холҡон күп яҡлы һәм көтөлмәгәнсә кәүҙәләндереү хас. В. репертуарында бигерәк тә А.П.Чехов әҫәрҙәре б‑са ролдәр айырылып тора: Маша (“Апалы- һеңлеле өсәү” — “Три сестры”), Аркадина (“Аҡсарлаҡ” — “Чайка”), Настасья Тимофеевна (“Тәҡдим” — “Предложение”, “Айыу” — “Медведь”, “Туй” — “Свадьба” пьесалары б‑са “Сихри туй тамашаһы” — “Сказочная феерия”). Рәсем сәнғәте һәм графика техникаһында картиналар яҙа. 1992 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Силәбе (1992, 1993), Златоуст (1993), Мәскәү (1995) ҡалалары. Эштәре Златоуст ҡала тыуған яҡты өйрәнеү музейында, сит илдәр шәхси йыйылмаларында һаҡлана. РСФСР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1991).
Ә.А.Балғажина
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова