Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘЗЕТДИНОВА Илһөйәр Ибраһим ҡыҙы

Просмотров: 1168

ҒӘЗЕТДИНОВА Илһөйәр Ибраһим ҡыҙы (3.5.1951, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Исмаил а.), актриса. РФ‑тың атҡ. (2003), халыҡ (1990), БАССР‑ҙың атҡ. (1982), ТР‑ҙың халыҡ (1997) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1982). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1972; Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы), БДУ- ны (1980) тамамлаған. 1972 й. алып БАДТ актрисаһы. Сағыу темперамент, образдарҙы тәрән психологик асыу, тасуирлау сараларының байлығы — актрисаның күп яҡлы талантына хас үҙенсәлектәр. Ғ. байтаҡ лирик героиня образдарын ижад итә: Ғәлиәбаныу (“Ғәлиәбаныу”; дебют, 1972), Һандуғас (“Тиле йәшлек”), Зөлфиә (“Бажалар”; икеһе лә — И.Ә.Абдуллин), Ҡарлуғас (“Һыу юлы”, Н.Асанбаев) Ғәлимә (М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы б‑са Ғ.Әмириҙең һәм В.Ғ.Ғәлимовтың ш. уҡ исемле спектакле), Шәфәҡ һәм Зөбәржәт (“Ай тотолған төндә”) образдары Ғ. башҡарыуында бер үк ваҡытта трагик һәм яҡты лирик яңғыраш ала. Актрисаның драматик образдары үҙенсәлекле һәм тәьҫирле: Тәскирә (“Ғүмер ике килмәй”, Ә.М.Мирзаһитов), Миләүшә (“Миләш-Миләүшә”, Н.Асанбаев), Жаннет (“Киске табын”, М.Кәрим), Зөлхәбирә (“Айгөл иле”), Харита Игнатьевна Огудалова (“Бирнәһеҙ ҡыҙ”, А.Н.Островский). Комик ролдәре үткер халыҡ юморы м‑н байытылған. Ғ. иң яҡшы характерлы ролдәренең береһе — сиған ҡатыны Маша (“Тере мәйет”, Л.Н.Толстой) — сағыу колориты м‑н айырылып тора. М.Ғафури ис. пр. лауреаты.

 

Т.П.Абросимова

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: