Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘЛИН Рауил Әхтәрйән улы

Просмотров: 772

ҒӘЛИН Рауил Әхтәрйән улы (25.1.1950, БАССР-ҙың Архангел р-ны Ҡыҙылъяр утары, хәҙ. БР-ҙың ш. уҡ р-ны Яңы Ҡыҙылъяр а.), актёр. БР-ҙың халыҡ (1996), БАССР-ҙың атҡ. (1989) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1982). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1974; Р.М.Әйүпов курсы) Салауат башҡ. драма театры, 1991 й. алып Стәрлетамаҡ башҡ. драма театры актёры, бер үк ваҡытта 1994—2008 йй. Башҡ. респ. мәҙәниәт техникумында (Стәрлетамаҡ ҡ.) уҡыта. Үҙенсәлекле ролдәр башҡарған Ғ. сәхнә персонаждарын сағыу биҙәктәр м-н байыта. Салауат башҡорт драма театрында төп ролдәре: Геннадий (“Йылмайған өсөн бер миллион”, А.В.Софронов; дебют, 1974), Закир (“Ҡара йөҙҙәр”, М.Ғафуриҙың ш. уҡ исемле повесы б‑са Ғ.Әмири һәм В.Ғ.Ғәлимов инсценировкаһы), Байымов (“Ун өсөнсө председатель”, А.Х.Абдуллин). Ижадының сәскә атыуы Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында эшләгән осорға тура килә. Зар ҡарт (“Онотолған доға”, Ф.М.Бүләков), Мырҙаш старшина (“Ҡаһым түрә”, И.И.Дилмөхәмәтов һәм Ә.Х.Дилмөхәмәтова), Тәүфиҡ (“Һине юғалтҡым килмәй”, И.Х.Йомағолов), Әбделмәлик Солтанғолов (“Инә бүре ҡарғышы”, Х.А.Ирғәлин) образдарында актёрҙың таланты яңы биҙәктәр м‑н асыла. Ғ. башҡарыуындағы комик ролдәр сағыу сатирик деталдәре м‑н айырылып тора: Хужағәли (“Теге донъя — был донъя”, Р.Ғ.Солтангәрәев), Хәйбуш (“Мөхәббәт ҡарағы”, Бүләков), Ғәли Ғәлиевич (“Миңә атай табығыҙ”, Р.М.Кинйәбаев), Яппар (“Ҡоҙаса”, Б.Бикбай). “Ай ҡыҙы” (2001), “Кинйә” (2007; икеһе лә — “Башҡортостан” ДТРК) т/ф төшә.

Әҫәрҙ.: Дүрткүҙ. Өфө, 2008.

Р.С.Хәйбуллина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: