Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘЛИНА Рафиға Арыҫлан ҡыҙы

Просмотров: 820

ҒӘЛИНА Рафиға Арыҫлан ҡыҙы (15.3.1951, БАССР‑ҙың Салауат р‑ны Яҙғыйорт ҡсб), актриса. БР‑ҙың халыҡ (1994), БАССР‑ҙың атҡ. (1983) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1982). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1973; Ғ.Ғ.Ғиләжев, Г.А.Мөбәрәкова курсы) Башҡ. ҡурсаҡ театры, 1974 й. алып Салауат башҡ. драма театры, 1991 й. — Стәрлетамаҡ башҡ. драма театры актрисаһы, бер үк ваҡытта 1994—2008 йй. Башҡ. респ. мәҙәниәт техникумында (Стәрлетамаҡ ҡ.) уҡыта. Күп яҡлы талант эйәһе. Көслө рухлы, иҫтә ҡалырлыҡ сағыу героинялар образын тыуҙыра. Төп ролдәре: Салауат башҡорт драма театрында — Нина (“Йылмайған өсөн бер миллион”, А.В.Софронов; дебют, 1974), Ғәлимә (“Ҡара йөҙҙәр”, М.Ғафуриҙың ш. уҡ исемле повесы б‑са Ғ.Әмири һәм В.Ғ.Ғәлимов инсценировкаһы), Зөбәржәт (“Ай тотолған төндә”); Стәрлетамаҡ урыҫ драма театрында — Ғәлимәбаныу (“Ғәлиәбаныу”), Герцогиня (“Король Ричард III”, У.Шекспир), Ҡолон инәй (“Онотолған доға”), Майгөл (“Мөхәббәт ҡарағы”, икеһе лә — Ф.М.Бүләков), Хәтирә (“Инә бүре ҡарғышы”, Х.А.Ирғәлин), Ханума (А.А.Цагарелиҙың ш. уҡ исемле пьесаһы) һ.б. “Ай ҡыҙы” (2001; “Башҡортостан” ДТРК) т/ф төшә.

Р.С.Хәйбуллина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: