Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ҒӘЛИӘБАНЫУ”, драма

Просмотров: 1804

ҒӘЛИӘБАНЫУ”, М.Фәйзиҙең 4 шаршауҙан, 5 күренештән торған муз. драмаһы. 1916—17 йй. яҙылған. Тәүҙә “Сәғәҙәтбаныу” тип аталған. Йәш Ғәлиәбаныу м‑н Хәлилдең (уны ер биләүсе бай Исмәғил көнләшеү арҡаһында үлтерә) фажиғәле мөхәббәтен тасуирлай. Пьеса геройҙары кисергән бай тойғолар диапазоны уға лирик характер бирә. Тәүге тапҡыр 1917 й. Ырымбур ҡ. “Ширҡәт” труппаһы тарафынан ҡуйылған (реж. һәм мөхәррире В.Мортазин-Иманский). Төп ролдәрҙә: С.Н.Байкина (Ғәлиәбаныу), Мортазин- Иманский (Хәлил). Төрлө йылдарҙа пьеса Башҡортостандың бөтә драма театрҙарында ла ҡуйыла һәм милли сәхнәнең билдәле әҫәренә әйләнә. Төп ролдәрҙе башҡарыусылар араһында Т.М.Бикташева, Б.Ғ.Имашев, Б.Ә.Йосопова, Х.И.Ҡудашев, А.Ҡ.Мөбәрәков, Т.Рәшитова, Р.Ғ.Сәлихов, Ғ.Ғ.Ушанов, Ғ.С.Әлмөхәмәтов, Ғ.Әмирханова, Р.С.Янбулатова. Яңы редакцияла “Ғ.” 1972 й. БАДТ‑ла ҡуйылған (реж. Р.В.Исрафилов, ҡуйыусы рәссамы Ғ.Ш.Имашева, муз. яҡтан биҙәүсе Р.М.Хәсәнов). Төп ролдәрҙә: И.И.Ғәзетдинова, Н.И.Ирсаева (Ғәлиәбаныу), Ф.С.Ғафаров (Хәлил), Ғ.С.Хәсәнов (Исмәғил). Драма Салауат башҡорт драма театрында (1953; реж. Ф.Ғ.Ғәләүетдинов; 2000; реж. Ә.К.Әхмәҙуллин) һәм “Нур” театрында (2004; реж. Ә.Ҡ.Сафиуллин) ҡуйыла. “Ғ.” ш. уҡ Ғ.Камал ис. Татар театрында (Ҡазан), ТР‑ҙың һәм Рәсәйҙең башҡа драма театрҙарында ҡуйыла.

Әҙәб.: Мортазин В., Ченәкәй Т. Татар театры тарихыннан. М., 1926; Ғиззәт Т. Татарская драматургия начала ХХ века //Пьесы татарских драматургов-классиков. Казань, 1958; Камалов Б. Мирхәйдәр Фәйзи. Казан, 1987.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.10.2019