Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒИЛӘЖЕВ Ғабдулла Ғабдрахман улы

Просмотров: 1488

 

ҒИЛӘЖЕВ Ғабдулла Ғабдрахман улы [1.2.1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ҡаңны‑Төркәй а. (БР‑ҙың Бүздәк районы) — 7.1.1997, Өфө ҡ.], актёр, режиссёр, педагог. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1973). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1952). Х.Ғиләжевтең ҡустыһы. Башҡ. театр-художество училищеһын (1948; В.Ғ.Ғәлимов, Р.Фәйзи курсы), ГИТИС‑ты (1959; М.О.Кнобель, А.Д.Попов курсы) тамамлаған. 1948 й. — Йомағужа, 1949 й. — Баймаҡ (ҡара: Сибай башҡорт драма театры), 1950 й. — Ауырғазы (ҡара: Салауат башҡорт драма театры) колхоз‑совхоз театрҙары актёры, 1951—54 йй. БАДТ актёры, 1959 й. башлап режиссёры һәм директоры, 1964 й. алып БАССР-ҙың мәҙәниәт министры урынбаҫары, 1967—83 йй. Республика урыҫ драма театрының баш режиссёры, бер үк ваҡытта 1960—63 йй. Өфө сәнғәт училищеһында, 1968—97 йй. ӨДСИ‑лә уҡыта.

  Башҡортостандың театр сәнғәтенә ҙур өлөш индерә. Актёрлыҡ эштәренә йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан йәш кеше шәхесенең формалашыу темаһы хас була. Төп ролдәре: Ҡарауылсы (“Еҙнәкәй”, Х.К.Ибраһимов; дебют, 1948), Шәрәф (“Аҫылйәр”, М.Фәйзи), Салауат Юлаев (Я.В.Апушкиндың шул уҡ исемле драмаһы), Ғайса (“Зимагорҙар”, С.М.Мифтахов), Хәйҙәр (“Яңғыҙ ҡайын”, М.Кәрим). Режиссёр булараҡ тәүге тапҡыр 1958 й. БАДТ сәхнәһендә И.Ә.Абдуллин һәм Ш.Ғ.Насиров драмаһы буйынса ҡуйылған “Генерал Шайморатов” спектакле менән сығыш яһай. Урыҫ драма театрында 50‑нән ашыу спектакль ҡуя, улар араһында урыҫ театры мәктәбе традицияларында эшләнгән А.Н.Островскийҙың “Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр” (“Без вины виноватые”) һәм “Ярлылыҡ оят түгел” (“Бедность не порок”), А.К.Толстойҙың “Батша Фёдор Иоаннович” (“Царь Фёдор Иоаннович”) спектаклдәре, Л.Н.Толстойҙың “Яңынан терелеү” (“Воскресение”) романы буйынса шул уҡ исемле спектакль. Йәштәргә йүнәлтелгән А.Н.Арбузовтың “Аяуһыҙ уйындар” (“Жестокие игры”), Н.И.Мирошниченконың “Аҡ ҡошто һаҡлағыҙ” (“Берегите белую птицу”), И.Г.Лазутиндың «“Атаһы” графаһында — һыҙыҡ» («В графе “Отец” — прочерк») спектаклдәрендә заман проблемалары күтәрелә. Урыҫ драма театрында ҡуйылған И.Х.Йомағоловтың “Нәркәс” пьесаһы буйынса “Ҡыуылған ҡыҙ” (“Изгнанная”), М.Кәримдең “Ҡыҙ урлау” (“Похищение девушки”); БАДТ‑ла Ә.М.Мирзаһитовтың “Бәхтегәрәй” спектаклдәре республика сәнғәтендә ҙур ваҡиға була. Уҡыусылары араһында Ә.Ә.Абушахманов, В.С.Абросимов, З.С.Вәлитов, В.Ғ.Ҡалмантаева, С.Ҡорбанғәлиева, Р.Р.Нәбиуллин, Р.Н.Хоҙайғолова. Ғ. инициативаһы буйынса Йәш тамашасы театры (ҡара: Милли Йәштәр театры) яңынан ойошторола. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһы (1980), Ғ.Сәләм исемендәге премия (1976) лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы (1981), “Почёт Билдәһе” (1971) ордендары менән бүләкләнгән. Ғ. исеме Башҡортостандың Республика урыҫ драма театрының Камера сәхнәһенә, Сәнғәт академияһының уҡыу театрына, тыуған ауылында — Ҡаңны‑Төркәй ауыл мәҙәниәт йортоноң “Балҡыш” башҡ. халыҡ театрына бирелгән. Өфө ҡ. Ғ. йәшәгән йортҡа һәм Ҡаңны‑Төркәй а. мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған (2021).

  Әҙәб.: Ғабдулла Ғиләжев тураһында иҫтәлектәр= Воспоминания о Габдулле Гилязеве. Уфа, 2001; Абросимова Т. Смысл жизни мастера //Ватандаш. 2000. №6.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

П.: Ғ.Ғ.Ғиләжев

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.04.2023
Связанные темы рубрикатора:
Шәхестәр:
Связанные статьи: