Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒАРИПОВ Миңсадиҡ Ғариф улы

Просмотров: 1727

ҒАРИПОВ Миңсадиҡ Ғариф улы (16.2.1946, БАССР‑ҙың Тәтешле р‑ны Бәләкәй Бәлзүгә а. — 12.10.1998, Ижевск), рәссам. Проф. (1996). РСФСР-ҙың атҡ. рәссамы (1991), Удмурт Респ. халыҡ рәссамы (1996). РФ Рәссамдар союзы ағзаһы (1980). Удмурт пед. ин‑тын (Ижевск, 1967), Мәскәү полиграфия ин‑тын (1976; педагогтары А.Д.Гончаров, Е.Б.Адамов) тамамлаған. 1970 й. алып Ижевскиҙа эшләй: “Дась лу!” (“Әҙер бул!”) гәз. рәссамы, 1990—98 йй. Удмурт ун‑тында уҡыта. Удмурт халҡының көнкүреше, традициялары һәм фольклоры (ҡара: Удмурттар, Удмурт фольклоры) — Ғ. ижадының төп темаһы, ул уның станокта башҡарылған графикаһында [“Удмурт халҡының легендалары һәм риүәйәттәре” (1983— 88), “Байрамдар” (1989) офорт сериялары, “Доға” (1990), “Ҡорбан ағасы” (1991) һүрәттәре] һәм китап графикаһында [“Удмурт халҡының мифтары, легендалары һәм риүәйәттәре” (1986; офорт, акв. м‑н буяу), удмурт халыҡ әкиәте “Ҡыҙ менән сысҡан” (1989; гуашь)] сағылыш таба. Станокта башҡарылған рәсем сәнғәте әҫәрҙәре — төҫ сағыулығы һәм дөйөмләштерелгән формалары м‑н айырылып торған натюрморттар, пейзаждар, портреттар (“Еләкле йәй”, 1988; “Балыҡсы”, 1991; “Ике ҡош”, 1992) авторы. 1976 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Мәскәү (1991), Сольнок (Венгрия, 1992) ҡалалары. Эштәре Третьяков галереяһы (Мәскәү), Удмурт респ. һынлы сәнғәт музейы (Ижевск) коллекцияларында, ш. уҡ Рәсәй һәм сит илдәрҙә музейҙарҙа, шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. Удмурт АССР‑ының Дәүләт пр. лауреаты (1986). Тәтешле р‑нының Бигәнәй урта мәктәбенә (2003), тыуған ауылындағы урамға Ғ. исеме бирелгән.

Әҙәб.: Менсадык Гарипов. Графика. Книжная иллюстрация. Живопись: каталог. М., 1991; Н а б а т о в А.Л. Россия ХХI век. Художники Поволжья и Урала: художеств. альбом. Кн.1. М., 2003.

 

А.Е.Григорьева

Тәрж. Т.Х.Ишкинин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: