Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒАРИФУЛЛИН Радик Зөфәр улы

Просмотров: 1125

ҒАРИФУЛЛИН Радик Зөфәр улы (3.10.1959, Өфө), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1996). Хәҙ. һынлы сәнғәттең концептуаль йүнәлеше вәкиле. “V тамғалары” (1993), “Һауыттар 24” (1999), “Балыҡтар” (2000) эштәрендә үҙенең мифлаштырылған йыһанын төҙөй, уның сикһеҙлек идеяһы бер үк мотив-символдарҙы бер нисә тапҡыр ҡабатлау ярҙамында иҫбатлана. Эштәре предмет формаһының үҙенсәлекле матурлығы, композиция ҡоролошоноң графикаға тартылыуы, колориттың төҫ ҡатмарлылығы һәм фактураның тәьҫирлелеге м‑н айырыла: “Пирамида”, “Тамғалар системаһы”, “Мөхит”, “Метафизика”, “Металирика” композициялары. Шулай уҡ биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлкәһендә эшләй. 1982 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Екатеринбург, Өфө ҡҡ. 10‑дан ашыу шәхси күргәҙмәһе була (1982 й. алып). Эштәре БДХМ, “Мираҫ”, “Урал” галереялары (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары), Третьяков галереяһы (Мәскәү), “Ҡазан” Милли мәҙәниәт үҙәгенең Милли мәҙәниәт музейы (Ҡазан), ТЮРКСОЙ фонды (Анкара) коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Сияние Лун: художественный проект: альбом-каталог. Уфа, 2001.

С.В.Игнатенко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: