ДМИТРИЕВ Дмитрий Алексеевич
ДМИТРИЕВ Дмитрий Алексеевич (23.2.1893, Смоленск губ. Рославль ҡ. – 21.8.1967, Өфө), актёр, эстрада артисы. РСФСР‑ҙың атҡ. (1955), БАССР‑ҙың халыҡ (1944) һәм атҡ. (1941) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1938). 1908 й. алып — һәүәҫкәр театр труппаһы, 1921 й. башлап Воронеж, Вятка, Түб. Новгород, Ырымбур ҡҡ. театрҙары, ағалы‑ҡустылы Адельгеймдарҙың гастроль труппаһы актёры. 1933 й. башлап Урыҫ драма театры (Өфө) актёры, бер үк ваҡытта 1934 й. алып дир. урынбаҫары, 1937—42 йй. һәм 1944 й. башлап директоры. 1946 й. алып Башҡ. филармонияһы артисы.
Сәхнәлә башлыса совет драматургияһы әҫәрҙәренең героик образдарын кәүҙәләндерә: Гайдай (“Эскадра һәләкәте” — “Гибель эскадры”, А.Е.Корнейчук), Чапаев (Д.А.Фурмановтың ш. уҡ исемле повесы б‑са), Пугачёв (“Салауат” — “Салават”, Б.Бикбай). Урыҫ классик әҙәбиәтенең байтаҡ драматик образдарын тыуҙыра: Вронский (“Анна Каренина”, Л.Н.Толстойҙың ш. уҡ исемле романы б‑са), Иванов (А.П.Чеховтың ш. уҡ исемле драмаһы). Д. башҡарыуындағы Булычов роле (“Егор Булычов һәм башҡалар” — “Егор Булычов и другие”, М.Горький) соц. киҫкенлек, тасуирлау сараларының аныҡлығы м‑н билдәләнә. Б.Бикбай, М.Кәрим, Х.Кәрим, Р.Ниғмәти һ.б., ш. уҡ классик һәм хәҙ. урыҫ әҙәбиәте әҫәрҙәре б‑са әҙәби программалар м‑н сығыш яһай.
Әҙәб.: Волков‑Кривуша С.В. Русский театр драмы в Уфе: ист. очерк. Уфа, 1959.
Һ.С.Сәйетов
Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов