Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒАЯНОВ Илдар Ихсан улы

Просмотров: 1293

ҒАЯНОВ Илдар Ихсан улы (19.3. 1957, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Һәйтәк а.), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1998). Свердловск художество уч‑щеһын тамамлаған (1982; педагогы Г.С.Метелёв). 1986 й. алып Өфөлә йәшәй һәм эшләй. Ғ. жанр һәм тематик яҡтан төрлө булған ижады оптимистик, тулы тормош тойғоһо м‑н һуғарылған. Уның эштәрендә контраст төҫтәрҙең тура килеүенә ҡоролған сағыу колорит өҫтөнлөк итә, был бигерәк тә портрет‑картиналар серияһында (“Баҡсалағы ҡыҙ”, 1990; “Балконда”, 1996), пейзаждарҙа (“Ҡышҡы төн”, “Яҙ”; икеһе лә — 1996), ш. уҡ декоратив‑экспрессив картина‑аллегорияларҙа (“Төн”, 1997; “Полифем менән пейзаж”, 1998) асыҡ күренә. Байтаҡ портреттар авторы: “Рәссам Зөфәр Ғаянов портреты” (1995), “Ейәнсура Венераһы” (1996), “Композитор Рафаил Ҡасимов портреты” (1999). 90‑сы йй. аҙ. рәссам баталь һәм тарихи жанрҙарға мөрәжәғәт итә, башҡ. яугирҙарының Ватан һуғышында (1812) ҡатнашыуына арналған “Березино янындағы алыш”, “Бородино янындағы алыш”, “Башҡорт ғәскәре Парижда” (1999— 2004) рәсемдәрен; “Салауат тураһында иртәк” (“Үҫмер саҡ”, “Атай һәм ул”, “Хәрби хеҙмәткә алыныу”, “Салауаттың Пугачёв менән осрашыуы”, “Уҫы ҡәлғәһен ҡамау”, 2002—04; Ф.А.Исмәғилев м‑н авторҙашлыҡта) картиналар серияһын ижад итә. Көсөргәнеш м‑н тулы, төрлө төҫтәге һәм төрлө фигуралы композициялар азатлыҡ идеяһы м‑н рухланған ҡыйыу халыҡ образын ышандырырлыҡ итеп һүрәтләй. Шулай уҡ уникаль графика өлкәһендә эшләй. 1988 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1992, 1995, 2009), Ҡазан (1996). Эштәре БДХМ‑да, “Ҡазан” Милли мәҙәниәт үҙәгенең Милли мәҙәниәт музейы (Ҡазан) һ.б. коллекцияларында, Рәсәй һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. БР-ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаты (2004).

Әҙәб.: Современное изобразительное искусство Республики Башкортостан. Живопись. Графика. Скульптура. Декоративно‑прикладное искусство: каталог. Уфа, 2005.

 

Л.Н.Попова

Тәрж. Ә.Х.Ҡоҙабаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: