Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГЕРАСИМОВ Константин Иванович

Просмотров: 1214

ГЕРАСИМОВ Константин Иванович (8.2.1910, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Кропачёво станцияһы ҡсб, хәҙ. Силәбе өлк. Әшә р‑ны Кропачёво ҡсб, — 11.6.1955, Өфө), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1937). Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлаған (1930; педагогтары А.П.Лежнев, Л.В.Лезенков). 30‑сы йй. Өфө урамдарын байрамдарға биҙәү эштәренә етәкселек итә, тантаналы даталарға плакаттар эшләй. 40‑сы йй. башынан СССР Художество фондының Башҡ‑н бүлексәһе рәссамы, 1950—53 йй. — рәйесе. 1937—42 йй. БАССР Рәссамдар союзы идараһы рәйесе. Үҙ ижадында рәссам тарихи жанрға мөрәжәғәт итә (“Маёвка”, 1930; “А.Матросов батырлығы”, 1944), тематик рәсемдәр (“Үҫмер балыҡсылар”, 1938; “Пионерҙар һыу инә”, 1947) һәм лирик пейзаждар (“Ҡариҙел йылғаһында”, “Ихатала”, икеһе лә — 1936; “Быуа”, 1939) төшөрә. 1939 й. Мәскәүҙәге ВДНХ павильоны өсөн “Умартасылыҡ” панноһын эшләй, 50‑се йй. Ленин В.И. йорт-музейы өсөн бер нисә эш яҙа: “В.И.Ленин Өфөнән китер алдынан” (1950), “В.И.Ленин туғандары менән”, “В.И.Лениндың Өфө социал-демократтары менән осрашыуы” (икеһе лә — 1953), “В.И.Ленин һәм Н.К.Крупскаяның А.Д.Цюрупа менән осрашыуы” (1954) һ.б. Ижади‑производство комбинатын ойоштороуҙа ҡатнаша. Революцион Рәсәй рәссамдары ассоциацияһының Өфө филиалы ағзаһы (1926). 1930 й. алып күргәҙмәләрҙә, Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955)  ҡатнаша. Эштәре БДХМ, Милли музей коллекцияларында һаҡлана.

Л.В.Бондаренко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: