Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘЛИУЛЛИН Илдус Һаҙый улы

Просмотров: 1432

ҒӘЛИУЛЛИН Илдус Һаҙый улы (5.1.1934, ТАССР-ҙың Орнашбаш а. — 30.5.2009, Өфө), кинооператор, кинорежиссёр. БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1984), РФ-тың почётлы кинематографисы (2000). Кинематографсылар союзы ағзаһы (1986). Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография ин‑тын тамамлаған (1969; П.А.Ногин оҫтаханаһы). 1957 й. алып Өфө нефть техникумы ВЛКСМ ком‑тының ирекле секретары, 1960 й. — С.Орджоникидзе ис. мәҙәниәт һарайында к/ст етәксеһе, 1966—89 йй. БАССР-ҙың ТВ һәм радиотапшырыуҙар б-са дәүләт ком‑ты операторы, бер үк ваҡытта СССР Дәүләт телерадиоһының Үҙәк ТВ кинохәбәрсеһе, 1990—2003 йй. “Башҡортостан” к/ст кинооператоры. БР кинематографсылар союзының ойоштороусыһы һәм рәйесе (1994—2001). 50-нән ашыу документаль фильм: “Ҡурай” (“Курай”; 1967), “Тауҙарҙағы шаңдау” (“Эхо в горах”; 1975), “Мостай Кәрим” (“Мустай Карим”; 1986), “Аҡмулла” (“Акмулла”; 1990), “Ҡоролтай” (“Курултай”; 1995), “Тыуған ерҙә Тыуған илде юҡһынам” (“На родине по Родине скучаю”; 2002) һ.б.; “Өмөт” (1972) нәфис фильмын төшөргән. Бер нисә документаль фильмдың, ш. иҫ. “Үҙ эҙеңде ҡалдыр” (“Оставь свой след”; 1976), “Башҡорт балеты биттәре” (“Страницы башкирского балета”, 1979; Бөтә Союз телевизион фильмдар фестивале лауреаты, Баҡы, 1979), “Һоҡландырғыс осош” (“Чарующий полёт”; 1983), “Дуҫтар ерендә” (“На земле друзей”; 1984), “Яҡты инештәр” (“Светлые истоки”; 1989), режиссёр-операторы.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: