Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГОЛОВЧЕНКО Анатолий Константинович

Просмотров: 1245

ГОЛОВЧЕНКО Анатолий Константинович (24.8.1955, Мәскәү — 19.8.2009, Өфө), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1989). К.А.Головченконың улы. ӨДСИ‑не тамамлаған (1982; педагогы Р.М.Нурмөхәмәтов). Күбеһенсә графика һәм рәсем сәнғәте өлкәһендә эшләй. Линеар ритм көсөргәнешлеге һәм декоратив колорит м‑н айырылып торған натюрморттар (“Ваза менән натюрморт”, 1972), портреттар (“И.И.Ғүмәров”, 1975) һәм тематик композициялар ижад итә. Улар рәссамдың ҡыҙыҡһыныуҙар даирәһенең ҡиңлеген күрһәтә: хәҙ. заманға киҫкен эмоциональ мөнәсәбәтен белдерә (“Перестроище”), тойғоларҙың төрлө нескәлектәрен еткерә (“Ностальгия”, “Һағыш”; киндер, акрил; бөтәһе лә — 1989), мәңгелек темаларға уйланыуҙарҙы (“Ер һәм күк”, “Ике философ”), ш. уҡ мифологик, Библия сюжеттарын һәм образдарын (“Европаны урлау”; бөтәһе лә — 1991; “Троица”, 1992) сағылдыра. Бер нисә монументаль сәнғәт әҫәре авторы. “Инйәр” ижади төркөмө ағзаһы (1991; ҡара: Художество төркөмдәре һәм берекмәләре). 1972 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1988, 1989). Эштәре БДХМ, “Оҙайлы һаҡлауҙар фонды” ААЙ коллекцияларында (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары), Рәсәй һәм сит ил шәхси йыйылмаларында һаҡлана. Халыҡ-ара бәләкәй форма графикаһы күргәҙмәһе лауреаты (Торонто ҡ., Канада, 1988; Гран-при).

А.В.Лебедева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019