Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДҮРТӨЙЛӨ МУЗЕЙЫ

Просмотров: 1136

ДҮРТӨЙЛӨ МУЗЕЙЫ, Милли музей филиалы. 1989 й. тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы итеп ойошторола. Музей фондында 19 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. ғәйнә башҡорттары б‑са этнографик коллекция, 18—19 бб. иконалары, сиркәү әйберҙәре, боронғо славян телендәге китаптар, боронғо аҡсалар, фотоһүрәттәр коллекциялары, түшелдеректәр, 19 б. йорт йыһазы, “Ағалы‑ҡустылы Кузнецовтар” з‑дының фарфорҙан эшләнгән әйберҙәре. Экспозицияһы 17 тематик залдан тора: Дүртөйлө р‑нының физик‑геогр. урыны, тәбиғәте, хайуандар донъяһы, палеонтология, археология, башҡ. этнографияһы, татар этнографияһы, милли кейем, христиан дине, сауҙагәрҙәр, революция (1917), Граждандар һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы, һуғыштан һуңғы йылдар, 1979—89 йй. Афғанстандағы һуғыш, мәҙәниәт үҫеше тарихы һәм хәҙ. заман. Залдарҙа сағыу интерьерҙарҙа сюжет күренештәре бирелгән: “Башҡорт тирмәһе”, “Сауҙагәр йорто”, “Татар өйө”.

Р.Б.Имамова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Илл.: Дүртөйлө музейы. Экспозиция фрагменты

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: