Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВӘЛИЕВ Зиннәт Вәли улы

Просмотров: 2014

ВӘЛИЕВ Зиннәт Вәли улы [1.5.1902, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1903; Ырымбур губ. Троицк өйәҙе Туйыш а. (БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны) — 16.5.1997, шунда уҡ], әкиәтсе. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә уҡыған. Ғәрәп, фарсы телдәрен белгән. Тыуған ауылында йәшәй һәм эшләй, мулла була. Һүҙ оҫтаһы В. күп әкиәт, көләмәс белә. 70‑се йй. Ә.М.Сөләймәнов унан 10‑ға яҡын әҫ. (ш. иҫ. Ерәнсә сәсән т‑да) яҙып ала. Уларҙың бер өлөшө “Башҡорт халыҡ ижады” һәм “Башҡорт халыҡ ижады” (урыҫ телендә) йыйынтыҡтарына ингән.

Әҙәб.: С ө л ә й м ә н о в Ә.М. Тормош-көнкүреш әкиәттәре (жанр үҙенсәлектәре). Өфө, 1990; С у л е й м а н о в А.М. Башкирские народные бытовые сказки: сюжетный репертуар и поэтика. М., 1994.

Ә.М.Сөләймәнов

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: