Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘБДИЕВ Шәһәрғәзи Шаһыбал улы

Просмотров: 1716

ҒӘБДИЕВ Шәһәрғәзи Шаһыбал улы (9.12.1898, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Этҡол а., хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны 2‑се Этҡол а., — 5.7.1979, шунда уҡ), шағир‑импровизатор. Беренсе донъя, Граждандар һуғышы, 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғыштарында ҡатнашыусы. Муллаҡай мәҙрәсәһендә, Таулыҡай мәҙрәсәһендә уҡый. Төрки, ғәрәп, фарсы телдәрен белә. Тыуған ауылында уҡытыусы булып эшләй. Ғ. шиғриәте Аҡмулла һәм Ш.Бабич ижадтары йоғонтоһонда формалаша. Үҙенең әҫәрҙәрендә Ғ. башҡорттарҙы белем алырға саҡыра, наҙанлыҡты тәнҡитләй. “Ҡарағайүҙәк бәйете” (1913 й. “Шура” ж. баҫылып сыға) нигеҙенә башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен һатыуға бәйле ваҡиғалар һалынған. “Ирек алғас” (1919) шиғыры Башҡортостанда автономия иғлан итеү айҡанлы яҙыла. “1914—1917 йылғы һуғыш бәйете”, “Аслыҡ бәйете”, “АРА бәйете” һ.б. бәйеттәр 20 б. башындағы фажиғәле ваҡиғаларға арналған. Бөйөк Ватан һуғышы т‑дағы “1941—1945 йылғы һуғыш бәйеттәре”, “Еңеү”, “Туғандар ҡәберенә ҡарап” әҫ. тәрән илһөйәрлек мотивтары, юғары гражданлыҡ пафосы хас. Ғ. әҫәрҙәренең бер өлөшө, унан яҙып алынған “Перовский”, “Һары ла сәс”, “Һыр” һ.б. башҡ. халыҡ йырҙарының варианттары “Башҡорт халыҡ ижады” һәм “Башҡорт халыҡ ижады” (урыҫ телендә) йыйынтыҡтарына ингән. Башҡ. фольклоры, топонимикаһы б‑са материалдар (ҡайһы берҙәре автор иҫән саҡта баҫыла) йыя, Ғ. ҡулъяҙмалары Ғилми архивта һаҡлана. Уның шәхси архивы ш. уҡ Йәмәғәт берекмәләренең үҙәк архивында һаҡлана. 1929 й. репрессиялана (1936 й. тиклем тотҡонда булған, тип фараз ителә). 1968 й. аҡлана.

Әҙәб.: Шәһәрғәзи сәсән. Өфө, 2005.

Б.С.Байымов, А.Ә.Тажетдинов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.11.2019
Связанные темы рубрикатора: