Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘЛИЕВА Фәриҙә Ғабдулхай ҡыҙы

Просмотров: 657

ҒӘЛИЕВА Фәриҙә Ғабдулхай ҡыҙы (18.12.1962, Малмыж ҡ.), фольклорсы. Филол. ф. д‑ры (2007). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1988) ТТӘИ‑лә эшләй. 1997 й. алып (өҙөклөк м‑н) Этнологик тикшеренеүҙәр ин‑тында (Өфө): 1999 й. өлкән ғилми хеҙм‑р, 2000—02 йй. ғилми секретарь, 2006 й. башлап һәм 2014 й. алып этнография бүлеге мөдире, 2009—13 йй. — баш ғилми хеҙм‑р. 2002—05 йй. М.А.Шолохов ис. Мәскәү асыҡ пед. ун‑тының Өфө филиалы дир. урынбаҫары.   Фәнни эшмәкәрлеге Көньяҡ Уралдың көнсығыш славян һәм төрки халыҡтары этнографияһы һәм фольклоры проблемаларына арналған. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, “Башкирское народное искусство=Башҡорт халыҡ сәнғәте” (2002), “Башҡорттар сәнғәте. Традицион художестволы һөнәрҙәр” (“Искусство башкир. Традиционные художественные ремёсла”; 2007) китаптарын төҙөүсе-авторҙарҙың береһе.

Х е ҙ м.: Восточнославянские песни в Башкортостане. М., 2006; Народная музыкальная культура башкир. Уфа, 2007; Русские Башкортостана: крестьянский быт, календарные обряды и праздники: конец XIX—начала XXI века. Уфа, 2014.

 Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019