Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕРӘНСӘ СӘСӘН

Просмотров: 2110

ЕРӘНСӘ СӘСӘН, башҡ. халыҡ шағир-импровизаторы. Е.с. тормошо т-да документаль сығанаҡтар һаҡланмаған. Уның исеме “Ерәнсә сәсән”, “Бәндәбикә менән Ерәнсә сәсән” һ.б. башҡ. риүәйәттәрендә осрай, уларға ярашлы, Е.с. 14—15 йәки 17—18 бб. йәшәгән, уның ҡатыны Бәндәбикә булған (ҡара: Бәндәбикә кәшәнәһе). Байым (Әбйәлил р-ны), Билал (Баймаҡ р‑ны), Ҡорама (Учалы р-ны) аа. уның тыуған ере итеп күрһәтелә. Е.с. ҡәбере Ейәнсура р-ны Башҡ. Үргене а. эргәһендә тип һанала, был урын изгеләштерелгән. Сәсәндең шиғри мираҫына “Ерәнсә сәсәндең Әбелхәйер ханға әйткәне” һәм “Асҡар тауҙың үлгәне” ҡобайырҙары ҡарай. Тапҡыр һүҙлелеге, хәйләкәрлеге һәм аҡылы Е.с. исемен уртаҡлыҡ исемгә әйләндергән. Сәсән — тормош-көнкүреш әкиәттәренең (“Ерәнсә сәсән менән хан”, “Ерәнсә сәсәндең килен эҙләгәне”, “Торахан менән Йәнәбәхан һәм Ерәнсә сәсән” һ.б.) һәм Хужа Насретдин т‑дағы мәҙәктәргә оҡшаш көләмәстәрҙең геройы. Е.с. исеме ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, ҡырғыҙ, татар фольклорында осрай.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 5-се т.: Тарихи ҡобайырҙар, хикәйәттәр (иртәктәр). Өфө, 2000.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.11.2019
Связанные темы рубрикатора: