Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДУРНЕВ Виктор Васильевич

Просмотров: 1202

ДУРНЕВ Виктор Васильевич (14.8.1961, Ырымбур өлкәһе Ефремово‑Зыково а.), спортсы. Ауыр атлетика буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1982). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1997). “Батыр” (тренеры Л.Н.Копнин), “Химик” (тренерҙары Г.Л.Аферин, Р.З.Сираев) спорт клубтары тәрбиәләнеүсеһе. СССР чемпионы (1982 й. — ырғымда), СССР кубоктарын яулаусы (1982—83 йй. — икебәйгелә), СССР чемпионатының көмөш призёры (1982 й. — күтәреүҙә). Үҫмер спортсылар (1982) һәм үҫмерҙәр (1978) араһында СССР чемпионы. Ярым уртаса ауырлыҡта донъя (1982—83 йй. — ырғымда) һәм СССР (1982 й. — икебәйгелә) рекордсыһы. Ауыр атлетика буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1982—84). Умыртҡа бағанаһы травмаһынан һуң пауэрлифтинг менән шөғөлләнә һәм терәк‑хәрәкәт аппараты йәрәхәтләнгән спортсылар араһында ярыштарҙа ҡатнаша башлай. Рәсәй (1998—99, 2001—03, 2016) һәм Европа (1999) чемпионы, донъя чемпионатының көмөш призёры (1999), Паралимпия уйындарында ҡатнашыусы (2000). Пауэрлифтинг буйынса инвалидтар араһында Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1998—2004).

  Әҙәб.: Д и з е н к о И.Е. Батыры земли башкирской. Уфа, 1983.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.11.2022
Связанные темы рубрикатора: