Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДЮПИНА Любовь Ивановна

Просмотров: 1272

ДЮПИНА Любовь Ивановна (28.5.1955, Чкалов өлк. Урыҫ Ҡондоҙо а.), спортсы. Саңғы ярышы (1978) һәм биатлон (1983) б-са СССР-ҙың спорт мастеры. БР-ҙың күренекле спортсыһы (1993). Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубы (тренерҙары Ф.М.Әбдрәхимов, П.К.Ямалиев), ДОСААФ-тың Башҡ‑н өлкә ком-ты (Өфө; тренеры М.З.Мөҙәрисов) тәрбиәләнеүсеһе. Спринтта (1982) һәм яңғыҙ ярышта (1983) СССР чемп., эстафетала СССР чемпионатының көмөш призёры (1983). Спринтта СССР ДОСААФ-ы чемп. (1983). СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1981—84). 2002 й. алып БР‑ҙың биатлон б-са олимпия резервы спорт мәктәбендә (Өфө) тренер булып эшләй.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.11.2019
Связанные темы рубрикатора: