ЕМЕЛИН Анатолий Николаевич
ЕМЕЛИН Анатолий Николаевич (13.3.1942, Түбәнге Тагил ҡ. — 25.7.2014, Өфө), тренер. Шайбалы хоккей б-са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1989). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1967). 1971 й. алып “Салауат Юлаев” СДЮСШОР-ы тренеры; 1991 й. башлап М.М.Азаматов ис. 3-сө ДЮСШ дир. урынбаҫары, 2005 й. — инструктор-методисы (икеһе лә — Өфө). Е. етәкс. “Салауат Юлаев” СДЮСШОР‑ы командаһы СССР (1973), РСФСР халыҡтары спартакиадаһы (1981) чемп., үҫмерҙәр араһында СССР халыҡтары спартакиадаһының көмөш призёры (1982), үҫмер спортсылар араһында СССР беренселегенең көмөш призёры (1975) була. Тәрбиәләнеүселәре араһында Д.В.Афиногенов, А.В.Семак, ш. уҡ 20‑гә яҡын СССР һәм Рәсәй спорт мастеры.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина