Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘНЕКӘЕВ Ринат Радик улы

Просмотров: 1297

ЙӘНЕКӘЕВ Ринат Радик улы (17.11.1984, Октябрьский ҡ.), спортсы. Билбау көрәше буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2007), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2009). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2007). Стәрлетамаҡ физик культура институтын тамамлаған (2008). 1‑се ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (Октябрьский ҡ., тренеры Ф.Ф.Фәррәхов). Донъя (2005, 2007—08), Европа (2005, 2007) һәм Рәсәй (2005, 2008, 2010) чемпионы, Рәсәй Кубогын яулаусы (2005), Р.Ф.Ғәйнанов иҫтәлегенә халыҡ‑ара турнирҙа еңеүсе (Октябрьский ҡ., 2010–12). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2005–12). 2012 й. алып 2‑се спорт мәктәбендә (Туймазы ҡ.) билбау көрәше буйынса тренер булып эшләй.

 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.10.2022
Связанные темы рубрикатора: