Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Камил Ғөбәй улы

Просмотров: 1182

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Камил Ғөбәй улы (9.12.1949, Ишембай ҡ. — 15.7.2017, шунда уҡ), график. РФ‑тың (2004) һәм БР‑ҙың (1997) атҡ. рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1979). П.П.Беньков ис. Ташкент художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1969) Ташкентта, 1980 й. алып Ишембайҙа эшләй. 1992—96 йй. Рәсәй һынлы сәнғәт акад. ижади графика оҫтаханаһында (Красноярск ҡ.; етәкс. Н.Л.Воронков) стажировка үтә. 2004 й. башлап ӨДСИ‑лә уҡыта.

Баҫма графика өлкәһендә күренекле хәҙ. заман оҫталарының береһе, офортта яңы йүнәлеш барлыҡҡа килтереүсе. Эше тәьҫирлерәк булһын өсөн  офортта баҫма форманы күп тапҡыр уйып эшләй, һөҙөмтәлә графика һүрәтендәге яҫылыҡ төшөнсәһе үҙгәрә, ундағы аҡлыҡ юҡҡа сыға, киңлек ҡара тонға йәки уның башҡа төҫтәренә буяла. Был алым тәрән драматизм м‑н һуғарылған эштәрҙең эмоциональ эстәлеген билдәләй. Ғ. фәлсәфәүи мәғәнәле һәм тәрән йөкмәткеле ижады экология (“Арал” серияһы, 1978—91), йәмғиәттең соц. үҫеше (“Хакимлыҡ экологияһы” триптихы), милли традицияларҙы һаҡлау (“Өләсәй һандығы” серияһы; икеһе лә — 1991—94; “Башҡорт готикаһы”, 1996) һәм мәҙәниәт (“Башҡорт мәҡәлдәре һәм әйтемдәре” серияһы, 2009) проблемаларына битараф булмаған тамашасыға рәссамдың гражданлыҡ позицияһын асып һала. Һынлы сәнғәт эштәренең иҫәбендә — “Юрматы ере” монументаль рәсеме (1997; Р.Р.Ҡадиров м‑н берлектә). Эпик символика һәм поэтик метафора картинаның бар өлөштәрен солғап алған, унда башҡ. тирмәһе берләштереүсе башланғыс булып тора, уның аҡ көмбәҙе аҫтында боронғо замандарҙан әлеге көндәргә тиклем төбәктә булып үткән ваҡиғалар һүрәтләнгән. “Инйәр” ижади төркөмөн (1989; ҡара: Художество төркөмдәре һәм берекмәләре) ойоштороу инициаторҙарының береһе, Көньяҡ Башҡортостан рәссамдары ассоциацияһын ойоштороусы һәм уның рәйесе (1996). 1972 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Ташкент (1979), Өфө (1982, 1996, 1997, 2009, 2013), Ленинград (1984), Йошкар-Ола (1989), Ишембай, Стәрлетамаҡ (икеһе лә — 2014). Эштәре БДХМ, “Урал” галереяһы (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары), А.С.Пушкин ис. Дәүләт һынлы сәнғәт музейы (Мәскәү), ТР‑ҙың Дәүләт һынлы сәнғәт музейы (Ҡазан), Үзбәкстандың Сәнғәт музейы (Ташкент) коллекцияларында, Рәсәй һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаты (1997).

Әҙәб.: Современное изобразительное искусство Республики Башкортостан: кат. выст. /авт.‑сост. С.В.Игнатенко. Уфа, 2005.

И.Н.Оськина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.03.2021
Связанные темы рубрикатора:
Шәхестәр: