Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕФИМОВ Александр Анатольевич

Просмотров: 1036

ЕФИМОВ Александр Анатольевич (21.10.1960, Ҡасим ҡ.), тренер. Пауэрлифтинг буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2000), халыҡ‑ара категориялы судья (2001). БР‑ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2004). ӨАИ‑ны (1983), Ҡурған юғары хәрби‑сәйәси авиация училищеһын (1988) тамамлаған. 1990 й. алып БР‑ҙың Спорт буйынса дәүләт комитеты эргәһендәге “Физкультура һәм сәләмәтлек” бәләкәй предприятиеһы директоры, 1995 й. — “Ирбис” спорт клубы президенты, 2006—18 йй. — БР‑ҙың Спорт сараларын ойоштороу һәм үткәреү идаралығы начальнигы. Тәрбиәләнеүселәре араһында И.Е.Абрамова, Н.А.Асабин, С.Я.Мор, Ф.З.Мөхәмәтйәнов, шулай уҡ 20‑нән ашыу Рәсәй спорт мастеры. 1990 й. алып БР‑ҙың Пауэрлифтинг федерацияһы президенты.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.11.2022
Связанные темы рубрикатора: