Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒҮМӘРОВ Рауил Ғатаулла улы

Просмотров: 1706

ҒҮМӘРОВ Рауил Ғатаулла улы (24.12.1911, Өфө — 15.8.2003, шунда уҡ), рәссам. БАССР-ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1962). Рәссамдар союзы ағзаһы (1937). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1932—35 йй. Башҡ. сәнғәт техникумында уҡыған (педагогтары Ҡ.С.Дәүләткилдеев, А.Э.Тюлькин). 1936—41 һәм 1945—71 йй. Башҡ-н китап нәшриәтенең художество мөхәррире.

Китап графикаһы өлкәһендә эшләүсе Башҡортостан рәссамдарының тәүгеләренең береһе була, был йүнәлештең барлыҡҡа килеүе һәм үҫешенә булышлыҡ итә. Рәсем төшөрөү оҫтаһы Ғ. эштәрен традицион реалистик манерала башҡара, графикала төрлө техника ҡуллана.  Ә.Һ.Бикчәнтәев, М.Я.Воловик, Х.Ғиләжев, Ҡ.Даян, Н.Нәжми, Ғ.Әмири һ.б. яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен иллюстрациялай. Башҡ. халыҡ әкиәттәренә иллюстрациялар Ғ. ижадының сағыу бер бите булып тора, “Хәйләкәр ҡуян” (1954), “Алтын тамсы”, “Атауҙы күле ниңә тоҙло” (икеһе лә — 1977; бөтәһе лә — ҡағыҙ, акв., тушь) һ.б. рәссам юморға ҡоролған тапҡыр образдарҙы һүрәтләй. Шулай уҡ станокта башҡарылған графика һәм рәсем сәнғәтендә, башлыса пейзаж жанрында эшләй. “Березинаны кисеү”, “Азат ителгән Смоленск” (икеһе лә — 1944, ҡағыҙ, ҡатнаш техника) әҫәрҙәрендә — Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары, “Башҡортостан нефте” картиналар серияһында (1970‑се йй.) индустриаль тематика һүрәтләнә. Төрлө техникала: акварель, гуашь, майлы буяу, пастель м‑н башҡарылған “Урал буйлап”, “Өфө” (икеһе лә – 1970‑се—80‑се йй.) эштәре серияһы оҫтаның лирик һәләтен аса. 1936 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәһе — Өфө (2001). Эштәре БДХМ-да һаҡлана. 2-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ орд. (1944) м-н бүләкләнгән.

В.М.Сорокина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: