ЖАРИКОВ Дмитрий Сергеевич
751
ЖАРИКОВ Дмитрий Сергеевич (8.3.1984, Свердловск ҡ.), спортсы. Байдарка һәм каноэла ишеү б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2003). Урал физик культура акад. тамамлаған (2005). ДЮСШ (Екатеринбург ҡ.; тренеры В.А.Воробьёв), байдарка һәм каноэла ишеү б‑са СДЮШОР (Өфө; Н.А.Попов, Н.А.Попова) тәрбиәләнеүсеһе. 500 һәм 2000 м дистанцияларҙа Рәсәй чемпионаттарының көмөш призёры (2003—04). Үҫмер спортсылар араһында бер, ике, дүрт кешелек байдаркаларҙа 500, 1000 һәм 2000 м дистанцияларҙа донъя (2001), Европа (2 тапҡыр, 2002) һәм Рәсәй (2 тапҡыр, 2002; 2003—04) беренселектәре еңеүсеһе.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар: