ЖДАНОВА Елена Александровна
ЖДАНОВА Елена Александровна (23.10.1980, Бийск ҡ.), спортсы. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1998), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2001). Өфөнөң 20‑се ДЮСШ һәм “Луч” респ. күреү б‑са инвалидтарҙың спорт‑тергеҙеү үҙәге тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары И.С.Романов, Т.В.Щепетильникова). 200 м йүгереүҙә Паралимпия уйындарының бронза призёры (1996, 2000), Инвалидтарҙың бөтә донъя уйындары чемп. (2003), донъя чемпионатының көмөш призёры (2002), донъя (1998) һәм Европа (1997) чемпионаттарының бронза призёры, 100, 200 һәм 400 м йүгереүҙә Рәсәй чемп. (1997—2000, 2003—04), 4х400 м эстафетала донъя (2002) һәм Европа (1995, 2001) чемп., 400 м йүгереүҙә Инвалидтарҙың бөтә донъя уйындарының көмөш призёры (2003). Күреү б‑са инвалид‑спортсылар араһында 200 м йүгереүҙә донъя рекордсыһы (2000). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1995—2005). 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. м‑н бүләкләнгән (2002).
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина