Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘЛИМОВ Айҙар Ғәни улы

Просмотров: 1008

ҒӘЛИМОВ Айҙар Ғәни улы (23.2.1967, Ҡаҙаҡ ССР‑ы Мәҙәниәт а.), йырсы. БР‑ҙың (2011) һәм ТР‑ҙың (2008) халыҡ артисы, БР‑ҙың (1995) һәм ТР‑ҙың (1996) атҡаҙанған артисы. БДУ‑ны (1993), Ҡазан педагогия университетын (2001) тамамлаған. 1990 й. алып “Авангард” мәҙәниәт йортондағы “Азамат” вокаль‑инструменталь ансамбле йырсыһы, 1993 й. башлап “Айҙар” театр‑студияһы (икеһе лә — Өфө ҡ.) директоры һәм художество етәксеһе. Тауышы бәрхәттәй яғымлы тембр менән айырыла, башҡарыу манераһына әҫәрлелек һәм эскерһеҙлек хас. Йырсының репертуарында башҡ., тат., урыҫ һәм сит ил композиторҙарының эстрада йырҙары, шулай уҡ башҡ. (“Абдрахман кантон”, “Ирәндек”, “Ҡара юрға”,“Сыбай ҡашҡа”, “Төйәләҫ” һ.б.) һәм тат. (“Магнита”, “Яңғыҙ ҡайын”, “Һағынам, дуҫтар” һ.б.) халыҡ йырҙары. Рәсәй буйлап һәм сит илдәрҙә (АҠШ, Төркиә, Үзбәкстан, Финляндия, Швеция һ.б.) гастролдәрҙә була. “Татар йыры” Халыҡ‑ара эстрада фестивале (2001—11), “Ете йондоҙ” Халыҡ‑ара телевизион йыр фестивале (2006—07; бөтәһе лә — Ҡазан ҡ.) лауреаты. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 4—5‑се саҡырылыш депутаты. Халыҡтар дуҫлығы (2017), Салауат Юлаев (2022) ордендары менән бүләкләнгән.

  Әҙәб.: К а м с к а я С.Т. Айдар Галимов: “Всё ещё только начинается…”. Казань, 2001.

Г.Ә.Ғәлимова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2022
Связанные темы рубрикатора: